Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
2 Ғинуар 2020, 13:50

Шичиндар Яңы йыл иртәлеге уҙғарҙы

Шыршы тирәләй бәхетле балалар

Иҫке йылдың һуңғы көндәренең береһендә патронат тәрбиәгә балалар алған оло йөрәкле Шичиндар ғаиләһе балалары, ейәндәре, туғандары, яҡындары өсөн Яңы йыл иртәлеге үткәрҙе.
Әлеге ваҡытта 21 баланы үҙ ҡанаты аҫтына алған Миңлезаһиҙа һәм Владимир Шичиндар ғаиләһендә йыл да матур, йөкмәткеле байрамдар ойошторола. Сценарий буйынса әҙерләнгән балалар быйылғы иртәлекте лә оло мөғжизәгә әүерелдерҙе.Байрамда ҡатнашҡан һәр бала күтәренке кәйефтә, сағыу маскарад костюмын кейеп,ижади яҡтан үҙенең һәләтен асты: йырланы бейене,тасуири итеп шиғыр ҙа уҡып ишеттерҙе. Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу балаларҙың быйылғы йылдағы уҡыу, йәмәғәт эштәрендәге уңыштарына байҡау яһаны. Иң - иңдәр ҡиммәтле бүләктәр, ә бәләкәстәр татлы приздар алып ҡыуанды. Шыршы тирәләй әйләнгән, йөҙө шат, бәхетле балаларҙы күреп, беҙ өлкәндәр бик шатландыҡ.
- Киң күңелле атай һәм әсәйемә бик рәхмәтле мин. Был ғаиләлә йәшәүем мине күп нәмәне белергә өйрәтте. Туғанлыҡ хисе көслө булған ғаиләбеҙҙә өлкән йәштәгеләр кесеһен хәстәрләй, бер - береһенә һәр эштә ярҙам итә, - тип һөйләй был ғаиләлә ике йыл тәрбиәләнгән Азалия Иҡсанова.
Күптәргә өлгө алырлыҡ был ғаиләлә йәшәгән барса балалар бәхетле, матур ғүмер юлы уҙып, уларға илебеҙҙең ысын шәхесе булырға насип булһын.
Читайте нас: