Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
23 Ғинуар 2020, 11:20

Владимир Путин - "Сириус"та

Ул йәштәргә ҙур өмөт бағлауын да белдерҙе

Студенттар көнө алдынан Рәсәй Президенты "Сириус" белем биреү үҙәгендә юғары күрһәткестәргә ирешкән уҡыусылар, студенттар һәм уларҙың уҡытыусылары менән осрашты.
Владимир Путин үҙенең ҡотлау сәләмен еткергәс, йәштәргә ҙур өмөт бағлауын да белдерҙе. Ошо көндәрҙә үҙәктә конференция бара.
- "Сириус"та белем алыусылар шәхси пландары, һөнәри үҫештәре ил үҫеше трендтарына тура килерлек итеп, етеҙ темптарҙа алға барһын. Һеҙҙең уңыштар бөтә ил өсөн мөһим, - тине Президент.
Ошо арала Фән буйынса совет ултырышы ла, тармаҡ мәсьәләләренә арналған Дәүләт советы президиумы ултырышы ла үтәсәк. Влдадимир Путин әйтеүенсә, унда студенттар ҙа саҡырыласаҡ.
- Поэтому я воспользовался этим случаем, когда вы проводите эту конференцию (много приехало сюда молодых людей, ваших преподавателей), чтобы поговорить на темы, которые вас волнуют, в надежде на то, что я смогу это использовать, и буду иметь это в виду, когда мы будем проводить эти совмещённые крупные мероприятия, для того, чтобы корректировать нашу политику в области науки и образования, - тип йомғаҡланы осрашыуҙың инеш өлөшөн ил етәксеһе.
Фото: Кремлин.ру.
Яңылыҡ авторы: "Йәшлек"
Читайте нас: