Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
27 Ғинуар 2020, 19:00

Хыялдар тормошҡа аша

Алда балыҡ үрсетеү фермаһы төҙөү планы тора, ә хәҙергә, үҫтерелгән балыҡтарҙы һатыуға сығарып, ҡулланыусылар баҙарын яулап алырға кәрә

​Беҙҙең тарафтар өсөн ят булған Африка йәйендәрен мин үткән йыл Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәүсе ҡул оҫтаһы Рәфис Бикташевтың хужалығында күргәйнем.
​Хәҙер районда был ҡыҙыҡлы эшкә Сураш ауылында йәшәүсе Ғабдуллиндар ғаиләһе лә тотоноп киткән. Йорт хужаһы Эльвирҙың күптәнге хыялы бикре (осетр) балығын үрсетеү була. Тик был балыҡтар өсөн даими кислород булыуы мотлаҡ, шунлыҡтан уларҙы үрсетеү ҡатмарлы. Ә Африка йәйендәренә был талап мотлаҡ түгел, улар ике тәүлеккә тиклем һыуһыҙ ҙа йәшәй ала. “Яңы эш башлаусы эшҡыуар” дәүләт программаһы буйынса бүленгән финанс ярҙамына Эльвир Ғабдуллин балыҡ селбәрәләре һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Мәрмәр йәйендәр йәшәгән һыуҙың температураһы 26 -27 градустан түбән төшмәҫкә тейеш, балыҡтарҙы туҡландырыу ҙа ҙур иғтибар талап итә.
​Эльвирҙың тормош иптәше Рузилә лә был эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Йәй көндәре йәш парҙар ҡош - ҡорт үҫтереү менән дә шөғөлләнә.
​Эльвирҙың пландары ҙур. Алда балыҡ үрсетеү фермаһы төҙөү планы тора, ә хәҙергә, үҫтерелгән балыҡтарҙы һатыуға сығарып, ҡулланыусылар баҙарын яулап алырға кәрәк. Әйткәндәй, йәйендең ите бик күп витаминдарға, магний, фосфор, тимер кеүек микроэлементтарға бай, ул диетик аҙыҡтарҙан һанала.
Читайте нас: