Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
1 Февраль 2020, 12:00

Матурлыҡҡа ынтылған балалар

Конкурстан ҡәнәғәт ҡайттылар

Благовещен районының Удельно Дыуанай мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Наталья Владимировна Бикбулатова етәкселегендә "Мәрхәмәт" хәйриә фонды ойошторған "Дверца в Сердце" асыҡ республика конкурсында ҡатнашты.
6- сы класс уҡыусылары Алена Безрукованың, Елизавета Исаеваның, Николай Антипиндың
үҙ ҡулдары менән тырышып, барса фантазияһын эшкә егеп эшләгән эштәре жюри тарафынан диплом, бүләктәр менән тәбрикләнде. "Сәнғәт музейы залдарындағы картиналар нимә тураһында һөйләй?" тигән тема буйынса "Яһанты яһау" н номинацияһында еңеү яулаған балаларға алда ла ижади ҡараш, киң фекерләү ҡеүәһе теләп ҡалам.
Читайте нас: