Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
6 Февраль 2020, 13:20

Алдынғы спортсы ла, талантлы актер ҙа ул

Меңйетәр мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Илнур Садретдинов – төрлө яҡлап талантлы шәхес

Илнур класта, мәктәптә, район күләмендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Егет яҡшы уҡый, бөтә фәндәрҙән дә “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшә, предмет олимпиадаларында ҡатнаша. Ул – йәмғиәт белеме буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район этабы призеры. Ә тағы Илнур – талантлы актер.
Илнур – инде бер нисә йыл өлгөлө башҡорт фольклор коллективында шөғөлләнә. Етәксеһе - Лилиә Якупова. Яуаплы һәм һәләтле егеткә төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар. Күптән түгел «Аҡ тирмә» «Башҡортостан ынйылары» уҡытыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе театр-фольклор коллективтары республика конкурс-фестиваленең зона этабында еңеү яуланы. Сара Өфө районының Алексеевка ауылында үтте. Меңйетәрҙәр данлыҡлы яҡташтары – Иҫке Ҡарашиҙе ауылында тыуған күренекле дәүләт эшмәкәре, 1930-1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Зиннәтулла Ғиззәт улы Булашевтың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған спектакль күрһәтте. Илнур төп геройҙы башҡарҙы. Йәш актерҙың сығышын жюри юғары баһаланы, ул тарихи ролде иң яҡшы башҡарыусы тип табылды, диплом менән бүләкләнде.
Илнурҙың мауығыуыҙары күп. Егет спортҡа ла ҙур иғтибар бүлә. Ул «Алпамыша» үҫмерҙәр спорт клубында ҡул һуғышы секцияһында шөғөлләнә. Йәш спортсы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай. Илнур күп тапҡырҙар Башҡортостан Республикаһы беренселеге пьедесталының юғары баҫҡысына күтәрелде. Ҡышҡы ваҡытта егет хоккей уйнарға ярата. Бына бер нисә йыл инде Һарт-Лабауҙар«Шәйхулла» мәсете имам-хатибы Илдар Нуриев етәкселегендә был ҡышҡы спорт төрө менән шөғөлләнәлр. Уйын майҙансығын урындағы күл боҙында эшләйҙәр.
Илнурҙың киләсәккә пландары күп. Ә әлегә уның алдында яуаплы эш тора – Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу. Егет ниндәй һөнәр һайлар? Әлегә билдәле түгел. Кем белә, бәлки, ул билдәле спортсы булыр, бәлки актерҙыр …
Әммә кем генә булһа ла, ул әлеге кеүек аҡыллы, мәрхәмәтле булып ҡалыр тип ышанғыһы килә.
Читайте нас: