Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
6 Февраль 2020, 14:00

Балалар химия, биология фәндәрен төплө өйрәнәсәк

Университетта - йылы осрашыу

Өфө районының Алексеевка мәктәбендәге "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәгенең 7 - се класс уҡыусылары һөнәри йүнәлеш, буласаҡ һөнәр һайлау маҡсатынан Башҡорт дәүләт аграр университетына экскурсияға барҙы.
Биотехнология һәм ветеринария медицинаһы факультеты деканы Георгий Вячеславович Базекин ҡыҙыҡһыныусан балаларҙы анатомия музейына саҡырып, палеонтологик табыштар менән таныштырҙы. Умартасылыҡ һәм зоология фәндәре лә, был өлкәләге яңылыҡтар ҙа уларҙы ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. 350 төр үҫемлектәр биләгән ҡышҡы баҡсала сәйәхәт ҡылыу ҙа уҡыусылар өсөн иҫтәлекле булды.
"Үҫеш нөктәһе" үҙәгендәге цифрлы һәм гуманитар йүнәлешле аграр төркөм артабан да университет менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы бергә тупланып, берҙәм эшләргә планлаштыра. Был төркөмгә йөрөгән уҡыусылар биология, химия фәндәрен төплө өйрәнәсәк.
Читайте нас: