Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
6 Февраль 2020, 13:30

Ижади аренала көс һынаштылар

Иглиндар халыҡ-ара бәйгелә уңышлы сығыш яһаны

Район мәҙәниәт йортоноң «Максимум» өлгөлө театр коллективы тәрбиәләнеүселәре Екатеринбург ҡалаһында үткән «Таланттар турниры» халыҡ-ара күп жанрлы башҡарыу оҫталығы конкурс- фестивалендә уңышлы сығыш яһаны. Сараның ойоштороусыһы - «Йылмайыу» балалар һәм йәштәр ижадын үҫтереү фонды.
Конкурстың төп маҡсаты – йәш таланттарға ярҙам итеү, уларҙың ижади потенциалын үҫтереү. Ижади бәйгегә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң көслө коллективтар һәм солистар йыйылды. Конкурсанттар бөтәһе 60-тан ашыу номер күрһәтте.
Район үҙәгенең 2-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Кира Кабанова «Нәфис һүҙ» номинацияһында еңеү яуланы. Талантлы ҡыҙ Н. Кирейҙың «Плохо девочкой мне жить…» шиғырын башҡарҙы. Фарух Хисаметдинов - икенсе дәрәжә лауреаты, ә Валерия Теплова, Алиса Трушкова, Елизавета Иванова, Камилла Ғарипова өсөнсө урынға сыҡты. Наҙгөл Ибәтова беренсе дәрәжә дипломанты булды. Ижади коллективтар араһында «Максимум» икенсе дәрәжә лауреаты исемен алды.
Коллектив етәксеһе Гөлшат Ибәтова һүҙҙәренә ҡарағанда, был конкурс ысын шиғриәт байрамына әүерелде. Иглиндар бик тырышты, уларҙың сығыштары матур килеп сыҡты. Йәш таланттар башҡарыуында лирик, шаян, күңелле шиғырҙар яңғыраны. Тамашасылар конкурсанттарҙың сығыштарын алҡыштарға күмде.
Читайте нас: