Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
10 Февраль 2020, 13:15

Яҡташыбыҙ Азалия Ғәйнетдинова 99 мәрәй йыйҙы

Был - проект тарихында тәүге тапҡыр шундай иң юғары балл.

"Рәсәй" телеканалындағы "Ну-ка, все вместе!" тигән вокал шоуында беҙҙең яҡташыбыҙ Азалия Ғәйнетдинова, үәт, үҙен күрһәтте!
27 йәшлек Азалия Салауат ҡалаһынан. Ул байтаҡтан йырлай икән.Ҡыҙ проектта 99 мәрәй йыйҙы. Жюриҙар һаны - 100. Был - проект тарихында тәүге тапҡыр шундай иң юғары балл.
«Despacito» тигән йырҙы бейей-бейей башҡарҙы һәм бүтәндәрҙе лә бейетте. Был ҡыҙға барыһы ла һоҡланды - ул буй, ул тауыш, ул йөҙ, ул сәстәр...
Азалия сәхнәлә үҙен бик матур, ышаныслы тотто. Әлбиттә, финалға сыҡты. Артабан ул бер миллион һум өсөн һынау тотасаҡ.
Читайте нас: