Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
11 Февраль 2020, 16:00

Өсөнсө йыл - халыҡ - ара статуста үткән конкурс

Тимерйән дипломлы булды

X Халыҡ - ара "Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр" - кешелек байлығы" конкурсында ҡатнашҡан, республика, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, 8 илдән килгән 350 бала араһында Благовещен районы Туғай мәктәбенең 6 -сы класс уҡыусыһы Тимерйән Рөстәмханов та бар ине.
Йәш һүҙ оҫталары бер нисә секцияларҙа, төрлө телдәрҙә 4 минутлыҡ сығыш яһаны.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Фирүзә Миңлебай ҡыҙы Хәйруллина менән конкурсҡа етди әҙерләнгән Тимерйән дә, конкурс шарттарына ярашлы, эпостан өҙөктө рус телендә ятланы. Уның тырышлығын баһалаған жюри ағзалары Тимерйәнгә диплом һәм ҡатнашыусы сертификатын тапшырҙы.
- Хәтере яҡшы, ҡыҙыҡһыныусан Тимерйән уҡыуҙа ла яҡшы, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Ул мәктәп, район конкурстарында ла теләп ҡатнашып, еңеү яулай. Туғай мәктәбе Тимерйән Рөстәмханов менән хаҡлы ғорурлана, - ти уның уҡытыусыһы.
Балалар һәм йәштәр араһында Ватанға һөйөү, үҙ - ара теләктәшлек, берҙәм тойғолар тәрбиәләгән, телдәр төрлөлөгө, тарихи һәм мәҙәни мираҫыбыҙ булған "Урал батыр" эпосын ятлаусыларҙың һаны артҡандан - арта бара. Үҙ милләтен танытҡан әҫәрҙәге яҡшылыҡ тормоштағы яманлыҡты һәр саҡ еңеп сығыр.
Читайте нас: