Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
19 Февраль 2020, 12:00

Зарина - беренсе!

Уҡыусы ла, уҡытыусы ла - маладис

Өфө районының Зубов ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Зөһрә Нәүил ҡыҙы Ибраһимова менән уның уҡыусыһы Карина Ғәбиҙуллина Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй "Творцы и таланты" музыка һәм сольфеджио буйынса олимпиаданың Волга буйы округындағы һайлап алыу турында ҡатнашты.
Беренсе дәрәжә диплом алып, лауреат булған 7 - се класс уҡыусыһы Карина Ғәбиҙуллина музыка өлкәһендәге барса һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүе, күнекмәләрҙе теүәл үтәй алыуы менән дәлилләне. Ә был һәләтле ҡыҙҙы уҡытҡан, ошо олимпиадаға юғары кимәлдә әҙерләгән уҡытыусы Зөһрә Нәүил ҡыҙы ла рәхмәт хаты менән тәбрикләнде.
Район, тыуған мәктәбенең данын яҡлаған уҡыусы ла, уҡытыусы ла тик маҡтау һүҙҙәренә хаҡлы.

Мәғлүмәт Өфө районының Зубов балалар сәнғәт мәктәбенең сайтынан алынды.
Читайте нас: