Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
26 Февраль 2020, 10:00

Жәлил Кейекбаев - халыҡ йөрәгендә мәңгелек

Конференцияла эҙләнеү эштәре менән Благовещен районынан да вәкилдәр ҡатнашты

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан "XII Кейекбаев уҡыуҙары" исемле Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә, Башҡорт теле йылына арналған республика фәнни - ғәмәли конференция үтте.
Конференцияла эҙләнеү эштәре менән Благовещен районынан да вәкилдәр ҡатнашты. Башҡорт теле белгесе, төркиәтсе, профессор, филология фәндәре докторы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тормошона, ижадына, эшмәкәрлегенә ҡағылышлы эҙләнеү эштәре араһында беҙҙекеләр ҙә призлы урындарға лайыҡ булды.
М.Киняшов исемендәге 6 - сы мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы Эвелина Дәүләтбирҙина " Жәлил Кейекбаевтың фәнни - педагогик һәм әҙәби байлығы" номинацияһында 2 - се дәрәжә диплом алһа, ә Яңы Надеждин мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Марсель ҡыҙы Байсламова "Башҡорт телен өйрәнеүҙә цифрлы белем биреүҙе булдырыу" йүнәлешендә "Педагогик дебют" номинацияһын яуланы.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Фридриховна Дәүләтбаева конференцияға әҙерләгән Эвелинаның, уҡытыусы Айгөл Байсламованың да тырышлығы маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде.
Читайте нас: