Йәйғор
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
3 Март 2020, 19:00

Физик әҙерлек тә күрһәттеләр, вальс та әйләнделәр

Иглин егеттәре ил һаҡларға әҙер!

28 февралдә Иглиндә мәктәп уҡыусылары араһында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» район смотр-конкурсының финалы үтте. Бәйгелә зона этаптарында еңгән алты команда көс һынашты.
Сарала Иглин һәм Нуриман райондарының хәрби комиссары Вадим Дәүләтшин, махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр ветераны, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Александр Сартаков, хәрби хәрәкәттәр ветераны
Альфред Нотфуллин ҡатнашты.
Буласаҡ Ватан һаҡсылары строй әҙерлеге, Калашников автоматын һүтеп-йыйыу, противогаз кейеп һалыу, гимнастик күнегеүҙәр яһау буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр.
Конкурстың шарты буйынса егеттәр бик оҫта итеп вальс та бейене.
Һөҙөмтәлә беренсе урынды район үҙәгенең икенсе һанлы мәктәбе егеттәре алды, икенсе урынға беренсе мәктәп сыҡты, балтикалар өсөнсө булды.
Фото район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас в