Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
3 Март 2020, 17:00

Һәләтле ҡыҙҙар билдәләнде

Мәктәп данын пианистар яҡланы

Өфө районының Николаевка балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары үҙҙәренең һәләтен, оҫталығын, тырышлығын төрлө конкурстарҙа еңеүе менән иҫбатлай.
З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында уҙған Светлана Хәмиҙуллина исемендәге башҡорт фортепиано музыкаһын башҡарыусыларҙың XII Бөтә Рәсәй конкурсына ла улар ныҡлы әҙерлек менән килгәйне. Уҡытыусылар Аида Сәләхова, Светлана Миңлебаева, Лилиә Ғәбдлисламованың тәрбиәләнеүселәре, йәш пианистар - Арина Васильеваның һөҙөмтәле сығышы - диплом, ә Эмилия Миңлебаева менән Русалина Сафинаның дуэты 3 - сө дәрәжә лауреат дипломы менән билдәләнде.
Йәш пианистарҙың матур сығышын талапсан жюри ағзалары ла маҡтаны.

Мәғлүмәт Өфө районының Николаевка балалар сәнғәт мәктәбе сайтынан алынды.
Читайте нас: