Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
8 Апрель 2020, 13:00

Гүзәллек, һәләт, аҡыл еңде

Милена Кәлимуллина «Яҙ һылыуы - 2020» титулына лайыҡ

Урамда яҙ - матурлыҡ, хыял, һәм мөхәббәт миҙгеле! Нәҡ ошо ваҡытта Иглинда традицион «Яҙ һылыуы - 2020» гүзәллек бәйгеһе үтте. Ул быйыл беренсе тапкыр онлайн форматта ойошторолдо.
Райондың төрлө ауылдарынан дүрт ҡыҙ «Яҙ һылыуы - 2020» титулы өсөн көс һынашты. Матурлыҡ, һәләт, аҡыл ... Гүзәллек титулына эйә булыр өсөн ҡыҙҙар ошо сифаттарға эйә булырға тейеш.
Бәйге барышында ҡыҙҙарға төрлө һынауҙар үтергә тура килде. Сараны ойоштороусоларҙың электрон почтаһына улар фотоһүрәттәрен, конкурс биремдәрен үтәгән видеотаҫмаларын ебәрҙе. Уларҙың бөтәһе лә район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты төркөмө битендә ҡуйыла барҙы.
«Визит карточкаһында» ҡыҙҙар үҙҙәре тураһында һөйләне. Ярыштарҙың икенсе этабында улар үҙҙәренең проекттарын яҡланы. Милана Гинатуллинаның "Изгелек юлынан" , Ксения Князеваның "Мәскәү өсөн һуғыш" батырлыҡ дәресе, Милена Кәлимуллинаның "Меңъетәр ауылы балалар майҙансығын төҙөкләндереү", Динара Ғимаҙиеваның "Хәтер һәм дан йылы" эштәренең презентациялары интернет-тамашасыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Конкурсанттар ижади аренала ла көс һынашты. Улар йырланы, бейене, шиғыр һөйләне.
Интернет-конкурс тамамланды. Лия Аликеева, Фәһим Тоҡомбәтов, Ангелина Борзыкина составындағы компетентлы жюриға еңеүсене билдәләү еңелдән булманы. Ҡыҙҙар барыһы ла лайыҡлы сығыш яһаны.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Милена Кәлимуллина һәм Милана Гинатулллина тигеҙ балл йыйҙы. Шуға күрә жюри ҡыҙҙарға тағын бер һынау бирҙе. Улар “Яҙ һылыуы- 2020 " образын тыуҙырырға тейеш ине.
Һөҙөмтәлә, «Яҙ һылыуы– 2020» титулына Милена Кәлимуллина лайыҡ булды. Милана Гинатуллина тамашасы һөйөүе призын яуланы.
Милена Кәлимуллина Меңъетәр ауылы мәктәбенең 9-сы класында белем ала. Дөрөҫ әйтәләр, һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле. Милена нәҡ шундай кешеләр рәтенә инә. Ул яҡшы уҡый, мәктәп һәм районда үткән бөтә сараларҙа һәм акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Ә тағы ла ул Лилиә Якупова етәкләгән "Аҡ тирмә" өлгөлө башҡорт фольклор коллективында шөғөлләнә. Ҡыҙға спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарыуҙы, мәктәп сараларын алып барыуҙы ышанып тапшыралар.
- Милена беҙҙең мәктәптең "йодоҙсоғо", - ти педагогтар героинябыҙ тураһында. –Ҡыҙ үҙенсәлекле сәләткә эйә. Ул район һәм республика күләмендә үткән шиғыр һөйләүселәр конкурстарында һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Буш ваҡытын Милена дуҫтары менән үткәрергә ярата, фильмдар ҡарай , музыка тыңлай, ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙам итә... Ҡыҙ һәр миҙгелде үҙе өсөн генә түгел, ә башҡалар өсөн дә файҙалы үткәрергә тырыша.
Миленаның алда пландары күп. Ул ғүмерен сәхнә менән бәйләргә хыяллана. Ә әлегә уға тырышып уҡырға, мәктәпте тамамларға кәрәк. Сәләтле ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашыр – яҡташыбыҙ ҙур сәхнәлә яҡты йондоҙ булып балҡыр, тип ышанғыһы килә.
Читайте нас: