Бөгөнгө еңел булмаған көндәрҙә, аҡыллы етәкселәр предприятие һәм унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе, эшселәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм нисек тә булһа эш менән тәьмин итеү тураһында хәстәрлек күрә. Шишмә еләк-емеш питомнигы ла был йәһәттән үҙ эшен туҡтатмай, төрлө ысулдар менән халыҡҡа үҙ хеҙмәтен еткерергә ашыға.
– Телефон аша заказдар ҡабул итеп, алма ағасы, сейә, ҡарағат, еләк, ҡурай еләге үҫентеләрен һораусыларҙың өйҙәренә илтеп бирәбеҙ, – ти Асель Баҙарбаева. –Курьерҙар, әлбиттә, тейешенсә һаҡланыу сараларын үтәй, битлек, бирсәткә –мотлаҡ.
– Заказдар күп, райондың төрлө ауылдарына йөрөйбеҙ, ҡасабала ла һораусылар етерлек. Халыҡ бик ҡәнәғәт. Үҫентеләр районлаштырылған, – ти курьер Николай, һәр үҫентенең үҙенсәлектәрен һөйләп, нисегерәк ултыртыу яҡшы буласағын да әйтергә онотомай ул. Предприятие бөгөнгө көндә районлаштырылған 20-нән артыҡ төр алмағас тәҡдим итә.
Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы