Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
13 Май 2020, 11:29

Рөстәм Нәбиев: ата-әсәйем серек байҙар икән...

Көслө рухлы егет интернеттағы комментарийҙарға иғтибар итмәй

"Башҡортостан" гәзите сайтында баҫылып сыҡҡан Әлфиә Минғәлиева мәҡәләһе менән һеҙҙең менән дә уртаҡлашырға булдыҡ әле. Кеше тикшереү - яман холоҡ икәнен онотмайыҡ, дуҫтар.
Көслө рухлы егет Рөстәм Нәбиев һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Ул хәрби хеҙмәт үткән саҡта Омск ҡалаһында казарма емерелеп, аяҡтарын юғалтыуға ҡарамаҫтан, яҡшы уңышҡа өлгәшкән, етеш тормошта йәшәй. Уның иң ҙур байлығы ғаиләһе: кәләше һәм йондоҙҙай ике ҡыҙы. Тик интернетта уға көнләшеүселәр ҙә юҡ түгел. Быға арнап Рөстәм сираттағы пост яҙған.
“Бәйләнештә” сайтындағы төрлө төркөмдәр беҙҙең ғаилә фотоларын файҙаланырға яраталар. Мин быға ҡаршы түгел. Уларҙы махсус эҙләп ултырмайым, тик һылтанма ебәрһәләр, инеп комментарийҙарын ҡарап сығам. Һәм шуға иғтибар иттем, һәр саҡ ике-өс кеше “Әлбиттә, ҡатыны уның менән аҡса арҡаһында ғына бергә ҡалған”, тип яҙа. Артабан фекерҙәр төрлөләнә: беренсеһе буйынса, мин үҙем бик бай, икенсеһе буйынса, ата-әсәйем серек байҙар икән.
Бер кемгә лә бер нимә лә дәлилләгем килмәй. Тик бына һеҙгә ҡоро факттар.
Фажиғә булған осорға беҙ Индира менән биш йыл самаһы осраша инек инде. Мин ябай егет, институттан һуң армияға киттем. Минең хатта хеҙмәт кенәгәм дә юҡ ине, ҡайҙа инде күп аҡсалы эш.
Минең ата-әсәйем бер эш хаҡынан икенсеһенә тиклем йәшәй. Мәскәүҙә реабилитацияла ятҡан саҡта, янымда булыр өсөн улар бурыстарға батты. Атайым хатта урам һепереүсе булып эшкә урынлашты. Алина (атайымдың ҡатыны) миңә нығынырға ярҙам иткән саҡта ул көн һайын таңғы 4-5-тә тороп урамдар һеперә, сүп-сар йыя ине. Мин бының өсөн уларға ғүмерем буйы рәхмәтле һәм әле бирә алғанымдың барыһын да бирәм.
Индира менән өйләнешкәс, минең бер бүлмәле фатирым бар ине, уны етем булараҡ биргәйнеләр (мине белгәндәр хәтерләй, беҙҙе инәйем тәрбиәләне, атайым ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән). Ошо фатир беҙҙең башланғыс нөктәбеҙ булды.
Әле нимәбеҙ бар, барыһы ла хәләл көс менән эшләнгән. Мәҫәлән, үҙемдең тәүге миллионымды, дөрөҫөрөгә ике ярым миллионымды паралимпия спорты менән шөғөлләнгән саҡта эшләнем. Беҙҙең следж-хоккей буйынса командабыҙ Бөтә Рәсәй уйындарында икенсе урын яуланы һәм һәр команда ағзаһы ошондай гонорар алды. Шул аҡсаға беҙ әлеге фатирыбыҙҙы алдыҡ. Был лайыҡлы, эшләп алынған түгелме ни?
Үҙем тураһында күп тапҡыр ишеткәнем бар: имеш фатирҙы ла, машинаны ла миңә дәүләт бүләк иткән. Ҡайҙа икән ул бүләктәр? Берәйһегеҙ белһә, әйтегеҙ әле.
Әле беҙ Индира менән Инстаграмда аҡса эшләйбеҙ.
Шуға күрә мин интернеттағы комментарийҙарға иғтибар итмәйем. Әгәр кемдер кешеләр аҡса өсөн генә бергә йәшәй тип уйлай икән, тимәк улар бер ҡасан да ысынлап яратмаған. Ә һәр уңыш артында оҙон юл ята, ул тир һәм күҙ йәштәре менән мансылған. Йәл, быны барыһы ла күрә алмай, тик утырыштар ғына аңлай”.
Афарин, Рөстәм. Уңыштар һиңә. Яуыз һүҙҙәргә иғтибар итмәй үҙ юлығыҙ менән барығыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: