Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
16 Май 2020, 14:00

Батырҙар дәүере

Нуриман районына ҡараған ауыл биләмәләрендә бөгөнгө көндә “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Беҙҙең хәстәрлек” проектында 51 ирекмән ҡатнаша

Йәмғиәтебеҙ оло һынауҙар кисерә. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров әлеге осорҙо “Батырҙар дәүере” тип атаны. Ғәҙәттә, кешелектең асылы илгә оло афәт килгәндә һынала.
Бөтә Ер шарын солғап алған йоғошло сир менән көрәшеү өсөн алғы һыҙыҡҡа беренселәрҙән булып табиптар һәм шәфҡәт туташтары баҫты. Беҙ власть, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең, коммуналь, ауыл хужалығы эшселәренең һәм, әлбиттә, ирекмәндәрҙең фиҙаҡәр эшмәкәрлегенә шаһитбыҙ.
Нуриман районына ҡараған ауыл биләмәләрендә бөгөнгө көндә “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Беҙҙең хәстәрлек” проектында 51 ирекмән ҡатнаша. Улар араһында төрлө йәштәге һөнәр эйәләрен күрергә була. Тик уларҙың маҡсаты бер – мохтаждарға ярҙам итеү, изгелек күрһәтеү.
Әңгәмәсем Миләүшә Миһран ҡыҙы Ғәлләмова Яңы Күл ауыл Советының йәштәр менән эшләү бүлеге белгесе. Төп вазифаһын башҡарыуҙан тыш 2017 йылдан алып ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы булып тора. Тыумышы менән Нимесләр ауылы ҡыҙы хәҙерге көндә тормош иптәше Фидаил Наил улы менән татыу ғаилә ҡороп, Яңы Күл ауылында төпләнгән. Йәштәр Әҙилә һәм Сабина исемле ҡыҙҙар үҫтерә.
Миләүшә Миһран ҡыҙы 2005 - 2007 йылдарҙа Өфөлә кооператив техникумында белем ала, ә 2011 йылда Башҡортостандың кооперация институтын тамамлай. Белеме буйынса сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре булһа ла, ул
үҙ көсөн урындағы йәштәр араһында төрлө мәҙәни, физкультура – спорт сараларын ойоштороуға йүнәлтә, уларҙың тормошо менән ҡайнап йәшәй. Әлеге көндә йәш белгестең төп эше - ҡарауһыҙ ҡалған өлкән быуын кешеләренә, тыл ветерандарына, бүтән төрлө мохтаждарға ярҙам итеү, улар тураһында хәстәрлек күреү.
- Ауылдаштарыма, яҡташтарыма ярҙам итә алыуымдан оло ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Үҙемә килгәндә, ғаиләбеҙ татыу,тормошобоҙ матур. Бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәйбеҙ. Ата - әсәйем, туғандарым иҫән - һау! Күпселек ҡатын – ҡыҙҙар кеүек, ғаиләмде тәмле - татлы аш - һыу менән һыйларға, бәйләм бәйләргә яратам. Йүгереү, саңғыла йөрөү менән дә мауығам. Сәләмәт тормош алып барыу яҡлымын. Тик ошо илебеҙгә килгән афәтте тиҙерәк еңеп сығыуға ғына көсөбөҙҙө йәлләмәйек. Бер - беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, мәрхәмәтлелек тойғоларын юғалтмайыҡ, - ти Миләүшә Миһран ҡыҙы.
Ауыр саҡтарҙа башҡалар тураһында хәстәрлек күреүсе, ярҙам ҡулы һуҙыусы, изге күңелле йәштәребеҙ бар сағында был осорҙо имен - аман үткәреп ебәреүебеҙгә өмөттәр ҙур.
Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: