Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
18 Август 2020, 14:53

Ильшат артист буласаҡ!

Егет - ГИТИС студенты

Иглиндың 1-се һанлы мәктәбен тамамлаған Ильшат Бахтеев -данлыҡлы ГИТИС студенты. Билдәле булыуынса, был уҡыу йортон бик күп танылған артистар тамамлаған.
Егет яҡшы уҡый, синыфтан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә күп йылдар эшләп килгән «Юнтал» («Йәш таланттар») театр студияһына ( етәксеһеТатьяна Викторовна Филиппова) йөрөй. Ильшат Бахтеевта театрға мөхәббәт тә нәҡ ошонда тыуа. Тәүге актерлыҡ оҫталығы дәрестәрен дә ул «Юнтал»да ала. Сәләтле егеткә йыш ҡына төп ролдәрҙе башҡарыуҙы ышанып тапшыралар.
Урта мәктәптән һуң Ильшат Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә, әммә артист булыу теләге уны ташламай.
Һәм бына, ниһәйәт, Ильшаттың хыялы тормошҡа ашты. Ул - театр уҡыу йорто студенты! Уңыштар һиңә, Ильшат!
Читайте нас: