Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
10 Ноябрь 2020, 18:05

Алһыу Әбсәликова – стипендия лауреаты

Тырышлыҡ өсөн бүләк

Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылы һылыуы Алһыу Әбсәликова - Башҡорт дәүләт университетының Жәлил Кейекбаев исемендәге стипендияһы лауреаты. Ул был бүләккә уҡыуҙағы ҡаҙаныштары, уҡыу йортоның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн лайыҡ булды.
Алһыу Әбсәликова БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының өсөнсө курсында уҡый. Ҡыҙ – уҡыу алдынғыһы. Әүҙем студент олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында һәм фәнни-практик конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай. Ул күп кенә республика проекттарын ойоштороусы ла булып тора. Яуаплы ҡыҙҙы төркөмдәштәре староста итеп тә һайлай. Ул төркөм тормошон оҫта ойоштора. Зачеттар, имтихандар, паралар, белешмәләр, саралар, өмәләр, түңәрәктәр, өҫтәмә дәрестәр ойоштороу... бөтәһе лә лидер иңдәрендә.
Талантлы кеше бөтә яҡлап та талантлы, тип дөрөс әйтәләр. Алһыуҙың күп ҡырлы һәләте бала саҡтан уҡ күренә башлай. Мәктәптә уға бөтә предметтар ҙа еңел бирелә. Ҡыҙ бейергә ярата, һүрәт төшөрә... Тыуған ауылындағы мәктәптең алтынсы класынан һуң ҡыҙ уҡыуын Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика художество гимназия-интернатында дауам итә. Алһыу «Уҡыуҙа айырыуса ҙур уңышҡа өлгәшкән өсөн» миҙалына лайыҡ. Ул - төрлө предмет олимпиадаларында еңеүҙәр яулай, ижади конкурстарҙа, төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында уңышлы сығыш яһай.
Әүҙем ҡыҙ ҡәләм дә тибрәтә. Уның яҙмалары гимназияның “Йәйғор” гәзите биттәрендә йыш баҫыла. Бынан тыш был һәләтле ҡыҙ бейеү түңәрәгенә йәрөй, волейбол уйнай. Нимәгә генә тотонмаһын, Алһыу һәр ваҡыт юғары күрһәткестәргә ирешә. Ул – Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының “Портрет” тапшырыуында геройҙарҙың һүрәтен төшөрөүсе һәләтле балаларҙың береһе. Алһыу Булат Солтангәрәев исемендәге республика укыусылар ижади конкурсында икенсе урын яулай. Йәш журналистар бәйгеһен “Йәшлек” республика йәштәр гәзите ойошторҙо.
Әлеге ваҡытта Алһыу коронавирус инфекцияһы пандемияһы сәбәпле дистанцион уҡый. Шуға ҡарамаҫтан яуаплы староста төркөм менән тығыҙ эш алып бара, уларҙың белем алыу процесын контролдә тота, кәрәк булһа, студенттарға ярҙам ойоштора...
- Беҙ әле ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ - килеп тыуған үҙгәртеп ҡороуҙарға тиҙ генә яраҡлаша белергә кәрәк, – ти Алһыу. – Иң мөһиме - ҡуйған маҡсатҡа ирешеү өсөн тырышырға кәрәк.
Читайте нас: