Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
14 Октябрь 2021, 10:50

Район ғорурлығы булған уҡыусылар

10 уҡыусыға район хакимиәте башлығының махсус стипендиялары һәм райондың 90 йыллығына арналған  “Уфимский район. Люди и судьбы” тигән китабы тапшырылды

Район ғорурлығы булған уҡыусылар
Район ғорурлығы булған уҡыусылар

-Киләсәк  - йәштәр ҡулында. Өфө районының  һәләтле йәштәрен ваҡытында күреү, уларҙы үҫтереү, күңелдәренә ҡанат ҡуйыу район етәкселеген дә төп бурысы булып тора. Район ғорурлығы булған уҡыусыларға, уларға төплө белем биргән  уҡытыусыларға,  хәстәрлекле ата-әсәләргә лә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, - тине үҙенең сығышында район хакимиәте башлығы Вилорий Угаров.

Райондың мәғариф идаралығы тарафынан тап ошо юҫыҡта маҡсатлы эш алып барыла. Республика көнө алдынан яҡшы уҡыған, район, республика олимпиадаларында еңеү яулаған, төрлө йүнәлештәге  ижади фестиваль-конкурстарҙа, спорт ярыштарында ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкән 10 уҡыусыға район хакимиәте башлығының махсус стипендиялары һәм райондың 90 йыллығына арналған  “Уфимский район. Люди и судьбы” тигән китабы тапшырылды.

Район хакимиәте яғынан ҙур иғтибар алған уҡыусылар  артабан да тырышып уҡырға, мәктәп, район тормошонда әүҙем булып, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға һүҙ бирҙе.

Район ғорурлығы булған уҡыусылар
Район ғорурлығы булған уҡыусылар
Район ғорурлығы булған уҡыусылар
Район ғорурлығы булған уҡыусылар
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: