0 °С
Болотло
Ҡарамалы ауылынан Рәфилә Шәрәфетдинова «Байык-2021» милли бейеү республика телевизион конкурсында өсөнсө урын яуланы. Быйыл һайлап алыу туры онлайн-форматта үтте. Рәфилә был этапҡа «Шәрифә» башҡорт халыҡ бейеүен әҙерләне, художество етәксеһе – Римма Христу. Бәйгенең икенсе туры Өфә ҡалаһында «Башкортостан» дәүләт концерт залында ойошторолдо. Рәфилә жюри хөкөмөнә «Иркәбикә»шаян бейеүен тәҡдим итте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса яҡташыбыҙ финалға сыҡты һәм өсөнсө урын яуланы. Рәфиләнең бейеүҙәрен ҡуйыусы хореограф Римма Христуға намыҫлы хеҙмәте һәм профессиональ өлкәлә юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһы тапшырылды.