Йәйғор
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
27 Ғинуар 2022, 13:43

Софья – балалар йәмәғәт советында

Дәүләттең төп бурыстарының береһе - ғаиләлә һәм йәмғиәттә баланы тулы хоҡуҡлы итеп йәшәргә өйрәтеү, һәр кемдең тормошондағы иң мөһим этап булған балалыҡты һаҡлау һәм яҡлау.  

Софья – балалар йәмәғәт советында
Софья – балалар йәмәғәт советында

Дәүләттең төп бурыстарының береһе - ғаиләлә һәм йәмғиәттә баланы тулы хоҡуҡлы итеп йәшәргә өйрәтеү, һәр кемдең тормошондағы иң мөһим этап булған балалыҡты һаҡлау һәм яҡлау.  

Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары вәкиллеге эргәһендә балалар йәмәғәт советы ойошторолдо. Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы һәр бала исем, фамилия алыу, ғаиләлә йәшәү һәм тәрбиәләнеү, туғандар менән аралашыу, үҙ фекерен белдереү хоҡуғына эйә. Был йәмәғәт советының эшендә һайланған ағзалар менән бала хоҡуҡтарын яҡлау, бәлиғ булмағандар менән ниндәй эштәр алып барылыуы тураһында да һорауҙар ҡараласаҡ.

Балалар йәмәғәт советы исемлегендә республиканың һәр район-ҡалаһында үткән сараларҙа әүҙемлек күрһәткән, яҡшы уҡыған 13 йәштән 18 йәшкә тиклемге  бала теркәлгән. 69 бала араһында Өфө районы Йоматау мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы  Софья Ялалова ла бар. Төрлө хәлдәрҙә, килеп тыуған сетерекле мәсьәләләрҙә республика балаларына ярҙам итергә әҙер булған егеттәр һәм ҡыҙҙар беренсе онлайн – осрашыуҙа ҡатнашты. Башҡортостандың Бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Ольга Панчихина ике сәғәттән артыҡ ваҡыт эсендә балалар менән иркен аралашты, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Улар бергәләп йыллыҡ эш планын да раҫланы.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: