Йәйғор
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
8 Февраль 2022, 10:10

Студенттар –Хәрби Дан музейында

Музейға килгән студенттарҙы ҡаршы алған экскурсовод уларҙы  бик күп мәғлүмәт менән таныштырҙы.

Студенттар –Хәрби Дан музейында
Студенттар –Хәрби Дан музейында

Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан Башҡорт агросәнәғәт колледжы студенттары илебеҙҙә киң таралыу алған «Пушкин картаһы” менән нисек ҡулланырға өйрәнеп тә алған. Дәүләт хеҙмәттәре аша билетты нисек алырға икәнен тиҙ генә төшөнгән  студенттар Башҡортостан Республикаһында үҫеп килеүсе йәш быуынды патриотик тәрбиәләү үҙәктәренең береһе булған Республика Хәрби Дан музейына барып ҡайтҡан.

Музейға килгән студенттарҙы ҡаршы алған экскурсовод уларҙы  бик күп мәғлүмәт менән таныштырҙы. Музей фондындағы 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фронт хаттары, хәрби наградалар, ҡорал, хәрби кейемдәр, фото һәм документаль материалдар уларҙы бик ҡыҙыҡһындырҙы. Еңеү паркындағы Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың монументаль скульптуралары һәм Мәңгелек утты, Башҡортостанда берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберен дә улар барып күрҙеләр.

-“Пушкин картаһы” бик кәрәкле һәм файҙалы нимә, ул йәмғиәттең, бигерәк тә йәштәрҙең мәҙәни яҡтан үҫешенә алып килә, дәүләт шулай итеп беҙҙе театрҙарға, музейҙарға, картиналар галереяларына барырға өндәй, һөҙөмтәлә беҙ тарихты өйрәнеп, үҙебеҙ өсөн күп мәғлүмәт туплай алыуға мөмкинлек алабыҙ,-тип үҙ тәьҫораттары менән бүлеште студенттар.

Студенттар –Хәрби Дан музейында
Студенттар –Хәрби Дан музейында
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: