Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн изге бурыс һаналған. Ата-бабаларҙан ҡалған данлы традицияларға тоғро яҡташыбыҙ Илнаҙ Сәрвәриев та әрме хеҙмәтенә китә. Ярты йыл элек егет тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Бер йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте, ти егет. Уның алты айын уҡыу курстарында үтәкәрһә, ҡалған алтыһында төҙәүсе, механик-водитель булып хеҙмәт итә ул. Яҡташыбыҙ Чита ҡалаһында үткән Еңеү парадында ла ҡатнаша.
-Хәрби бурысты бөтә ир-егеттәр ҙә үтәргә тейеш, - ти Илнаҙ. – Әрме тормошто яратырға, тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә, ҡуйған маҡсатҡа ирешергә өйрәтә, шулай уҡ ныҡлыҡ сабырлыҡ, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләй.
Илгә терәк булырҙай йәштәрҙең әрме сафын тулыландырыуы күңелгә тыныслыҡ бирә. Улар ил сиген ныҡлы һаҡлаһа, беҙҙең йоҡолар -тыныс, тормошобоҙ имен булыр.