Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
2 Март 2022, 08:55

Студенттарға рәхмәт хаты

 Благовещен район хакимите башлығы Олег Голов буласаҡ табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу ойоштороп,уларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Студенттарға рәхмәт хаты
Студенттарға рәхмәт хаты

Благовещен район хакимите башлығы Олег Голов буласаҡ табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу ойоштороп,уларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Коронавирус инфекцияһы таралған эпидемия осоронда Благовещен үҙәк район дауаханаһы эшенә Башҡорт дәүләт медицина университетында һәм Бөрөләге медик-фармацевтик колледжында уҡыған студенттар йәлеп ителгәйне. Үҙ эшенә һәм һайлаған һөнәренә яуаплы ҡараған буласаҡ табиптар, шәфҡәт туташтары урындағы дауахананың көндәлек эшен ойоштороуға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә йөҙәрләгән сирлене дауаларға ярҙамлашҡан.

-Уҡыу программаһының теоретик өлөшөн күптән өйрәнеп, яҡшы белһәм дә, бындай практиканан үҙем өсөн күпме файҙаһы баһалап бөткөһөҙ мәғлүмәт, белем алдым. Ысын шарттарҙа ауырыуҙарҙы дауаларға өйрәнеп, белемде камиллаштырҙым,- тип һөйләне Луиза Мөхәмәтйәрова.  

Инфекция тиҙ таралған осорҙа күп табиптар үҙҙәре сирләп, эшкә сыға алмаған осраҡтар ҙа булғылаған. Тап ошондай ауыр, яуаплы ваҡытта студенттар дауаханаға оло ярҙам күрһәтә алған.

-Тырыш, тәүәккәл һәм белемле студенттар менән бер коллективта эшләү барыбыҙға ла бик оҡшаны. Пациенттар менән аралашҡанда улар студент булып түгел, ә уны табип булараҡ ҡабул итергә өйрәнде. Яҡшы һүҙе, тәмле теле менән дә дауалай белгән йәштәргә артабанғы тормоштарында яңынан-яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары теләп ҡалам. Уҡыуҙарын тамамлаған йәш белгестәрҙе беҙҙең дауаханаға эшкә килергә лә саҡырам, - тине студенттарға мөрәжәғәт иткән Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас.

Студенттарға рәхмәт хаты
Студенттарға рәхмәт хаты
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: