Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
30 Март 2022, 17:26

Илһөйәр, рухлы кадеттар ярышты

13 муниципаль берәмектең 17 белем усағынан конкурста ҡатнашҡан кадеттар араһында беҙҙекеләр ҙә ҙур тырышлыҡ, белем кимәленең юғары икәнлеген күрһәтте. Сараның маҡсаты -  үҫмерҙәрҙе ысын ил һаҡсыһы һәм йөрәгендә Ватанға һөйөү тәрбиәләү ине.  

Илһөйәр, рухлы кадеттар ярышты
Илһөйәр, рухлы кадеттар ярышты

“Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы профиле буйынса иң яҡшы кадет”  республика конкурында ҡатнашҡан Өфө районы  кадеттары  призлы урындарға лайыҡ тип танылды.

13 муниципаль берәмектең 17 белем усағынан конкурста ҡатнашҡан кадеттар араһында беҙҙекеләр ҙә ҙур тырышлыҡ, белем кимәленең юғары икәнлеген күрһәтте. Сараның маҡсаты -  үҫмерҙәрҙе ысын ил һаҡсыһы һәм йөрәгендә Ватанға һөйөү тәрбиәләү ине.  

Райондың А.С. Пикунов исемендәге Дорогин мәктәбе уҡыусыһы Сәмирхан Хафизов ( 5-7 кластар араһында) 1-се урынға сыҡһа, Булгаков лицейынан Әмир Зинәтуллинға 2-се урын бирелде.  Ошо уҡ лицей уҡыусылары Святослав Герасимов (8-9 кластар) 3-сө, ә Яна Абрамова (10-11 кластар) 1-се урын алды. Кадеттар үҙҙәрен сыҙамлыҡта, тапҡырлыҡта һәм зирәклектә һынаны.  Үҫмерҙәр төрлө конкурстарҙа сәмләнеп ҡатнашып, үҙҙәрен бына тигән буласаҡ ил һаҡсылары итеп тойҙо. Уҡыусыларҙың ошолай илһөйәр рухлы, тормошҡа әүҙем ҡарашлы булыуҙары маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән билдәләнде.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: