Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
20 Апрель 2022, 15:30

Ишембай районына сәйәхәт

Өфө районының Рус Юрмашы мәктәбе уҡыусыларын ысын сәйәхәтсе тиһәң дә, яңылыш булмаҫ.

Ишембай районына сәйәхәт
Ишембай районына сәйәхәт

Өфө районының Рус Юрмашы мәктәбе уҡыусыларын ысын сәйәхәтсе тиһәң дә, яңылыш булмаҫ.
Был юлы мәктәптең 4-се класс уҡыусылары уҡытыусылары Екатерина Геннадьевна Разбежкина һәм сәйәхәтсе Юрий Астафьев менән берлектә Ишембай районында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыларын барып күрҙе. Уҡыусылар яҙғы ташҡын мәлендә барса үҙәндәрҙе яңғыратҡан Күк - Ҡарауыҡ шарлауығына, республика мәмерйәләре араһында үҙенең ҙурлығы менән икенсе урында торған Ишәй мәмерйәһенә, бейеклеге менән ғәжәпләндергән Кәлимосҡан ҡаяһына ла ихлас һоҡланды.
Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың мөғжизәле урындарын барып күреү уларҙың күңелен үҫтереп, йәнә лә яңынан - яңы сәйәхәттәргә әйҙәне.

Ишембай районына сәйәхәт
Ишембай районына сәйәхәт
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: