Башҡорт Дәүләт университетында үткән «Отечество» Бөтә Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеүселәр эштәренең көндөҙгө республика этабында Благовещен ҡалаһының 6-сы һанлы М.Киняшов исемендәге мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы София Саяпова еңеүсе тип танылды.
Республиканың төрлө район – ҡалаларынан йыйылған балаларҙың эштәре ун номинацияла билдәләнде. Ҡартатаһы Николай Золотовтың хәрби юлына тулыһынса байҡау яһаған София Саяпова “Бөйөк Ватан һуғышы” номинацияһында еңеү яуланы.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Золотовтың ҡыҙы Людмила атаһы тураһында тупланған мәғлүмәтте, уның миҙал, Баш бойороусының рәхмәт хаттарын ейәнсәре Софияға тапшырған. Тырыш ҡыҙ әҙер мәғлүмәт менән генә сикләнмәй, үҙе лә ҡартатаһы хаҡындағы материалды архивтан да, интернет селтәренән дә алырға өлгәшә. Баҡтиһәң, һалдат Золотов һуғышта янып торған машина эсендә ҡалған штаб начальнигын ҡотҡарған.
Аяныслы һуғыш юлдарын үткән, Берлинға тиклем барып еткән ҡаһарман ир 1947 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан. Водитель һөнәрен үҙ иткән Николай Гаврилович матур ғүмер юлында ҡатыны менән балалар үҫтереп, бәрәкәтле донъя көткән, яҡындарының күңелендә үҙе хаҡында тик яҡты хәтирәләр ҙә ҡалдырған.
Тап ошолар тураһында баһалама ағзаларына тулы мәғлүмәт бирә алған Софияның сығышы барыһына ла бик оҡшаны. Яҡын кешеһе хаҡында күңелендә тик яҡты иҫтәлектәр йәшәткән йәш быуын вәкиле булған София үҙенең тиҫтерҙәренә ысын миҫал да булып тора.