Нуриман ере үҙенең уҡыуҙа һынатмаған, эштә алдынғы булған ул – ҡыҙҙары менән ихлас ғорурлана. Улар тыуған еренең исемен яҡты уйҙары, иҫтә ҡалырҙай эштәре менән матурлай һәм данлай.
Күптән инде ата-әсәһе менән Курган өлкәһенең Сафакүл районынан Нуриман районының Иҫке Исай ауылына күсеп килгән Рәбиға Ялалованы яҡташтары мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған аҡыллы, ипле ҡыҙ итеп белә. Рәшит менән Рәйлә Ялаловтарҙың күп балалы ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән ҡыҙ Роза, Резеда, Рәшиҙәгә алсаҡ һеңле булһа, ә туғандары Әминә менән Кәримәгә хәстәрлекле апай ҙа була белә. Бөгөнгө көндә Рәбиға Рәшиҙә апаһы менән ата-әсәһен һөйөндөрөп, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып йөрөй. Рәбиға университеттың педагогика институтында 1-се, ә Рәшиҙә башҡорт филологияһы факультетында 3-сө курста белем ала. Ғаиләһендә ата-әсәһе тарафынан күңеленә игелек, әҙәплелек, йәненә рухи тәрбиә алған Рәбиға уҡыуҙа һынатмай, бер уҡыу йортонда уҡыған апаһы менән намаҙ уҡый, Ураҙа ла тота.
- Әлхәмдуллилаһ, 10 йәштән башлап намаҙҙамын. Был – минең бала саҡтан килгән изге хыялым ине. Алты ҡыҙы өсөн һәр яҡлап та өлгө булған атайым һәм әсәйемдең ярҙамы менән намаҙға баҫтым. Улар беҙҙең һәр беребеҙҙе дин нигеҙҙәренә өйрәтте, кәңәштәре менән ярҙам итте. Көтөп алған Рамаҙан айы ла тамамланды. Дин ҡәрҙәштәребеҙ, шул иҫәптән беҙҙең менән бергә уҡыған студенттар ҙа был айҙа ураҙа тотоп, ифтар мәжлестәренә йөрөп, туғандарына, яҡындарына ярҙам итеп матур ғәмәлдәр менән үткәрҙе. Ураҙа Исламдың төп нигеҙҙәренең береһе, сәләмәтлегең торошо мөмкинлек бирә икән, уны үтәү кәрәк, тип иҫәпләйем. Ураҙа тотоу ашауҙан ғына тыйылып тороу түгел бит, насар уйҙан, насар һүҙҙән, насар ғәмәлдән дә тыйылаһың. Ул сабырлыҡҡа, ризыҡтың ҡәҙерен белергә, башҡаларҙың хәлен аңларға өйрәтә, - тине буласаҡ психология өлкәһе белгесе Рәбиға Рәшит ҡыҙы Ялалова.
-Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын,- тине хушлашҡанда Рәбиға. Һәр йортҡа именлек һәм теүәллек, муллыҡ, бәхет, бәрәкәт, хәләл мал һәм хәләл аҡса, ныҡлы һаулыҡ һәм мөхәббәтле оҙон ғүмер насип итһен.
Изге күңелле ҡыҙҙың әйткәне килһен! Донъялар тыныс, күңелдәр паҡ, эштәр сауаплы булһын!