Өфө районының Авдон ауылында йәшәгән хәстәрлекле Азамат Ғәббәсов ғаиләһе өсөн барыһын да эшләй, таба, юллай торған ир уҙамандарының береһе.
Күҙ нурҙары – Батырхан, Мәликә, Кәримгә һәр яҡлап та өлгө булған Филюзә Өлфәт ҡыҙы менән Азамат Шәфҡәт улы Ғәббәсовтар балаларын ысын шәхес итеп тәрбиәләүгә күп көс түгә. Әсә кеше өйҙә матурлыҡ тыуҙырып, яҡындарын тәмле аш – һыу менән һыйлаһа, ә ҡулы оҫта атай уларҙы көслө кеше булырға өндәй, кешеләрҙе, техниканы танырға өйрәтә. Ғөмүмән, күп балалы ғаиләләрҙә буй еткергән Ғәббәсовтар барса булған иғтибарын, наҙын балаларына бүлә, улар менән йыш аралашырға ваҡытын таба, һәр хәлдә лә ғәзиздәрен аңларға тырыша.
– Һәр баланың төрлө хәлдәргә ҡағылышлы үҙенең фекере һәм ҡарашы булырға тейеш, - ти ғаилә башлығы. - Шуның өсөн балаларымдың шәхси һәләтенә ҙур иғтибар бирергә тырышам. Мәҫәлән, беренсе класты тамамлаған Батырхан улым алдына алған маҡсатына ирешеүсән малай. Биш йәшлек сағында улымды нимә менәндер ҡыҙыҡһындырыу маҡсаты менән уның алдына өйҙәге барса инструменттарҙы теҙеп һалып ҡуйҙым. Еңел генә уйлап таба белгән, башлы Батырхан ҡул аҫтындағы материалдан самолет эшләп, уға провод тоташтырҙы. Уның осҡанына мин дә, улым да ихлас шатланғаныбыҙҙы әле лә иҫләйбеҙ. Әҙер уйынсыҡтарға битараф улым хәҙер уларҙы уйлап сығара һәм моделләштерә белә. Былтыр мин мунса төҙөгәнде иғтибар менән күҙәткән улым, ҡалған материалдан ҙур булмаған йорт төҙөп тә ҡуя алды.
Ағас менән эшләүгә әүәҫ Азамат Ғәббәсов, иретеп йәбештереү эштәренә лә битараф түгел. Үҙенең ҡулдары менән яһаған әйберҙәрҙән оло кинәнес алған атай улдарын да киләсәк тормошҡа әҙерләй.
-Биш йәшлек Мәликә лә үҙенең һәләттәре менән беҙҙе бик һөйөндөрә. Холҡо менән тыныс булған ҡыҙым бейергә ярата, һүрәт төшөрөргә лә уның әүәҫлеге бар. Өс йәшкә табан барған Кәримебеҙ ҙә үҙен яраттыра белә. Музыканы тойған кесе улыбыҙҙың да һәләттәрен асабыҙ. Булған ваҡытыбыҙҙы файҙалы үткәрергә күнеккәнбеҙ: ҡышын саңғы, тимераяҡта йөрөйбеҙ, йәйгеһен тәбиғәт ҡосағына сәйәхәт ҡылабыҙ. Балаларыбыҙ күңелендә үҙҙәренең бала сағы хаҡында тик яҡты хәтирәләр ҡалырға тейеш,- тип һөйләне Филюзә Ғәббәсова.
С.С. Ильин исемендәге Жуков мәктәбендә эшләгән 36 йәшлек Азамат Ғәббәсов тормошта байтаҡ борма юлдар үтеп, үҙен олатаһы менән өләсәһенең эше – уҡытыусылыҡҡа бағышлаған. Башта Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы егете 9-сы кластан һуң урындағы училищела фермер һөнәрен үҙләштерә, водителлеккә лә уҡый. Тәүәккәл, тырыш, алға ынтылыусан Азамат Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай, артабан армия хеҙмәтен дә үтә.
Иғлан буйынса Жуков мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә килгән Азамат Ғәббәсов был белем усағында 11 йыл эшләү осоронда үҙен хөрмәтле мөғәллим итеп күрһәткән. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында яңынан әҙерлек үтеп, ул мәктәптә физкультура һәм тормош нигеҙҙәре хәүефһеҙлеге буйынса дәрестәр ҙә алып бара. Уҡыусыларын патриотик рухта тәрбиәләгән уҡытыусы уларҙы пневматик ҡоралдан атырға өйрәтә, балаларҙың физик яҡтан сәләмәт булып үҫеүенә иғтибар бирә, ҡул көрәшенә лә өйрәтә. Азамат Шәфҡәт улы етәкләгән хәрби-патриотик клубта 25 бала шөғөлләнә, улар араһында сыҙам ҡыҙҙар ҙа бар.
– Үҙемдең тәжрибәмдән сығып, уҡыусыларымды оло тормош юлына әҙерләйем. Уларҙың төрлө сетерекле хәлдәрҙә юғалып ҡалмай, дөрөҫ йүнәлештә эш итә белеүе - минең эшемдең төп йүнәлеше тип уйлайым. Атайым мине бала саҡтан эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Бәләкәйҙән мин уға мал ҡараштым, һунарға ла, балыҡҡа ла гел бергә йөрөнөк. “Эшләгәнең минең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙен өсөн”, - тей торғайны атайым. Ысынлап та, уның өйрәткәне бушҡа булманы. Мин дә уның миҫалында уҡыусыларымды ҡышын урман-ҡырҙарға алып сығам, ап-аҡ ҡар өҫтөндә усаҡ яғып сәй ҡайнатабыҙ, ашарға бешерәбеҙ, палатка ла ҡороп ебәрәбеҙ. Тап ошо мәлдә малай - ҡыҙҙар күп нәмәне үҙләштерә, иҫендә ҡалдыра. Бындай уртаҡ эштәр уларҙы бергә туплай, берләштерә һәм дуҫлаштыра, - тип һөйләне ҡыҙыҡлы әңгәмәсем.
Ябай ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләп, уларҙан кинәнес алып йәшәй белгән Ғәббәсовтар ғаиләһе үҙҙәренең тырышлығы, берҙәмлеге һәм матур тормошо менән күптәргә өлгө булып тора. Тәндәренең һау – сәләмәтлеге, тапҡан хәләл ризыҡтары, яҡындарының һөйөүе уларға йәшәргә көс бирә. Барыһына ла ҡәнәғәт була белгән Азамат менән Филюзә кеүектәрҙең кәйефе лә көр, көткән донъяһы ла түңәрәк. Йәшәү дәрте ташып торған йәштәргә, афарин тиергә генә ҡала!