Спорт-һауыҡтырыу комплексында район мәктәптәре уҡыусылары ГТО нормативтарын тапшыра.
– Бөгөнгө йәйге фестивалдә 150-нән ашыу бала, йәғни райондың 15 мәктәбенән 6 йәштән 18 йәшкә саҡлы уҡыусылар ҡатнаша. Ҡышҡы фестивалдә еңеүселәрҙе ҡотлап, маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар тапшырҙыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, был спорт сараларына мәктәп уҡыусылары ҙур теләк менән ҡушыла. Дурас, Бишҡаҙы, ҡасабаның 1-се, 5-се мәктәптәре ҙур әүҙемлек күрһәтә, – ти спорт-һауыҡтырыу комплексы директоры Елена Рычкова.
– Спорт ярыштарын көтөп алам, бигерәк тә бокс, йүгереү миңә оҡшай, – ти Эрнест Сафин.
Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашҡан Бишҡаҙы ҡыҙҙары Влада һәм Надежда Елисеевалар еңел атлетика менән дә мауыға.
– Ғаиләләге 5 балаһы өсөн атайыбыҙ төрлө спорт уйындары ойоштора, бергәләп йүгерергә лә бик яратабыҙ, - ти бер туған Елисеевалар.
– Бейеү, лапта, баскетбол, еңел атлетика, саңғы менән шөғөлләнәм, уҡыуымда ла яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм. Спорт мине эш һөйөргә, ваҡытымды дөрөҫ файҙаланырға өйрәтә. Уға һөйөү тәрбиәләгәне өсөн Айгөл Исмәғиловаға рәхмәтлемен, – ти Дурас мәктәбендә белем алған Радмила Сәфәрғәлина.
Оҙонлоҡҡа һикереү, туп һәм спорт снарядын ырғытыу, йөҙөү һәм йүгереү буйынса көс һынашты йәш спортсылар.
– Минең өсөн спорт тәнде сыныҡтырыу, сәләмәтлек кенә түгел, рух ныҡлығы, күтәренке кәйеф тә өҫтәй, – ти 2000 метрға йүгергән 1-се мәктәптең 9 класс уҡыусыһы Эльза Шаймөхәмәтова.
Спорт фестивале – берҙәмлек, сафлыҡ, сәләмәтлек байрамы. Уҡыусылар бер-береһен танып белә, аралаша, яңы дуҫтар таба.