Йәйғор
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
4 Август 2022, 20:44

Уралдың уңыштары – ҡаҙаныштар китабында

Иглиндың 4-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Урал Ғүмәровтың исеме Башҡортостан Республикаһының балалар ҡаҙаныштары энциклопедияһына индерелде.

Уралдың уңыштары – ҡаҙаныштар китабында
Уралдың уңыштары – ҡаҙаныштар китабында

Төрлө яҡлы талантҡа эйә Урал Ғүмәров район үҙәгенең Д. С. Тикеев исемендәге мәктәбендә белем ала. 1-3 синыфтарҙа ул бөтә предметтарҙан да бары тик “бишле” билдәләренә генә өлгәште. Ике йәшенән ул данлыҡлы «Катюша»ны йырлай. Уны ул олатаһынан өйрәнеп алған. Ғөмүмән, малай патриотик йырҙарҙы бик яратып башҡара.

Урал дүрт йәштән район мәҙәниәт йортоноң «Талисман» эстрада-вокал студияһында (етәксеһе Ләйсән Хәлиуллина) шөғөлләнә. Бәләкәй малайҙың талантын күргән Ләйсән Зиннур ҡыҙы уның менән айырым шөғөлләнә.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Урал ижади конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Районда үткән “Иглин тауышы” шоуында ҡатнаша. Бәләкәй йырсы Сочи ҡалаһында үткән «Уңыш баҫҡысы» халыҡ-ара башҡарыу оҫталығы конкурс-фестивалендә өсөнсө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Ул – Art Start халыҡ-ара конкурс-фестиваленең (Санкт-Петербург ҡалаһы) беренсе дәрәжә дипломанты. Һәләтле малай «Таланттар турниры» халыҡ-ара күп жанрлы башҡарыу оҫталығы конкурс- фестивалендә (Өфө ҡалаһы) III урын яуланы.

2019-сы йылда Урал Ғүмәров Бөтә Рәсәй «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» проекты сиктәрендә төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы «Ел йыры» («Песня ветра») фильмында уйнаны. Проектты ойоштороусы - Санкт-Петербург ҡалаһының «Интелүҫеш» интеллектуаль һәм ижади һәләттәр үҙәге. Кинола төшөргә ете-туғыҙ йәшлек 591 бала теләк белдерҙе. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо ҡәҙәр талантлы балалар араһынан кәрәкле артистарҙы һайлап алыу бик ҡатмарлы була. Кастингты 20 бала уңышлы үтә. Шулар араһында Иглин ауылынан Урал Ғүмәров тә була. Ул бөтә күрһәткестәр буйынса ла талаптарға тура килә. Комиссия алдында малай «Катюша» йырын башҡара, һорауҙарға яуап бирә. Шулай итеп, Урал төп геройҙың синыфташы роленә раҫлана.

Әүҙем малай спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә ваҡыт таба. Өс йәштән Урал “Аполлон” фитнес үҙәгендә көрәш менән шөғөлләнә. Бәләкәй спортсы район ярыштарында ҡатнашып, үҙ йәш категорияһында еңеүҙәр яулай, маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнә.

Һәр ерҙә әүҙем өлгөргән малай ата-әсәһенә, олатаһы һәм өләсәһенә йорт эштәрендә лә ярҙам итә. Урал – кесе энеһе Әмир һәм синыфташтары өсөн яҡшы үрнәк.

Был һөйкөмлө малай үҫкәс кем булыр икән? Бәлки, танылған артистыр, йәки спортсылыр? Әлегә билдәһеҙ.

– Кем генә булһа ла, күңеле ятҡан эш менән шөғөлләнһен, ил өсөн кәрәкле кеше булһын, – тиҙәр бер тауыштан Уралдың ата-әсәһе Ильмира Радик ҡыҙы һәм Азамат Ҡамил улы.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: