Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
10 Ноябрь 2022, 10:21

Ҡанат бирерҙәй яҡындары бар

Өфө районы хакимиәте башлығы стипендиаты, Дмитриевка мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Диана Чанышева күптән инде күңеле менән буласаҡ һөнәрен һайлап та ҡуйған. Ҡыйыу, оло йөрәкле ҡыҙ киләсәктә теш табибы булырға хыяллана.  

Ҡанат бирерҙәй яҡындары бар
Ҡанат бирерҙәй яҡындары бар

- Үҙемдең башҡа ерҙә эшләйәсәгемде күҙ алдына ла килтермәйем. Медицинаға кемдеңдер кәңәше менән түгел, табип булырға ҙур теләгең булғанда ғына килергә кәрәктер тип уйлайым. Табип эше ул бик яуаплы. Кеше ғүмере, уның һаулығы ла табип ҡулында. Етди, алдыма ҙур маҡсат ҡуйған был эштең оҫтаһы булыу өсөн барыһын да эшләйәсәгемә бер шигем юҡ. Иң мөһиме, мәктәпте уңышлы тамамлап, берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы һөҙөмтәләргә тапшырып, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә яҙһын ине, - тип һөйләне Диана Чанышева.

Мәктәптә тик бишле билдәләренә генә өлгәшкән ҡыҙ биология һәм химия фәндәрен ентекле өйрәнә. 8-10 класс уҡыусылары араһында үткән “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсының ярым финалында ла ҡатнашҡан ул. Күп тармаҡлы конкурстың “Һау бул!” йүнәлешен алған Диана иң тәүҙә дистанцион этапты үтә, артабан 2020 йылда Түбәнге Новгородта, 2021 йылда Ҡазанда, быйыл иһә Саранскийҙа ярым финалда ҡатнаша. Шәкәр диабеты менән сирлеләрҙең ҡандағы глюкоза кимәлен дөрөҫ итеп үлсәүҙе һүрәтләгән проекты менән унда сығыш яһаған Диана Чанышева. Йылдан-йыл шәкәр диабеты менән ауырыусылар һаны арта барыуын иҫәпкә алып, уны иҫкәртеү сараларын һәр кем ҡулланһын ине тигән маҡсатта Диана был сир барышы тураһында көндәлек булдырған. Был мәкерле сир балалар араһында ла киң таралған. Шуға ла иң һәйбәте – үҫеп килгән йәш быуын сәләмәт тормошта йәшәп, шәкәр диабеты сирен телефонындағы ҡушымта аша контролдә тотоу мөмкинлеген дә булдырыуға өлгәшкән. Уның йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре тураһындағы проекты ла уңышлы булған.   

Быйылғы йыл Диана өсөн бик уңышлы тамамланып килә. Ҡазанда үткән «АгроНТИ» Бөтә Рәсәй конкурсының «АгроБио» йүнәлешендә ул ауыл хужалығы культураларына зыян иткән бөжәктәр тураһындағы проекты менән финалға сыҡҡан. Башҡортостан командаһы бында беренсе урын яулаған.

  Уҡыусыларҙың әҙәбиәт буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының региональ этабында ла был һәләтле ҡыҙ ижади күнекмәләрҙе оҫта башҡарып, текстарға комплекслы анализ биреп, призер исеменә лайыҡ булған.   

-Һәр башланғысымда, һәр еңеүемдә белемле, аҡыллы, хәстәрлекле ата-әсәйемдең, өләсәйемдең, класс етәксем Алһыу Зариф ҡыҙы Емельянованың өлөшө ҙур. Улар мине ҡурсалап, яңы эштәргә этәреп, ҡәҙерләп, яратып ҡына торалар. Гел кәңәшләшеп, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап йәшәү мине алға ҡанатландыра, яңылыҡҡа ынтылырға көс бирә. Шуға ла, мин яҡындарыма оло рәхмәтле, - тине хушлашҡанда мәҡәлә геройым, буласаҡ табип Диана Чанышева.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: