Йылы, яҡты фатирҙарға ҡарап күңел һөйөнә. Ҡулдарына асҡыс тотҡан йәштәр ошо сарала ҡатнашыусылар менән бергәләп үҙҙәренә тәғәйенләнгән фатирҙарҙы күрергә ашыҡты. Күптән көтөлгән был шатлыҡты кисергән ҡыҙҙар күңел түренән урғылып сыҡҡан етәкселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
-Килеү менән йәшәп алып китергә барса мөмкинлектәр бар. Өй туйлаусылар тыштағы һыуыҡтан һуң өй йылыһын тойоп, хәҙер инде үҙенә тартып торған йылы усаҡтары булыуына һөйөнөс кисереп, бәхетле йәшәһендәр, - тип һөйләне Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцинә Ризуанова.
Яңы йорттағы фатирҙарҙа бәхет-шатлыҡ хакимлыҡ итеп, бында күсенеүселәргә рәхәтләнеп йәшәргә генә яҙһын.