-Үҙ илемдә йәшәүем, үҙ телемдә һөйләшеүем, туған телемдә йырҙар йырлай алыуым менән дә бик бәхетле мин. Сабый саҡтан өләсәйем, әсәйем һөйләгән әкиәттәр, башҡорт халҡының милли йолалары, байрамдары тураһындағы мәғлүмәт иҫемдә ныҡлап уйылып ҡалған. Тап ошо яҡын кешеләрем тыуған телгә һөйөү уятыуға булышлыҡ иткәндер ҙә инде. Шәжәрәмде, ырыуымдың тарихын яҡшы беләм һәм нәҫелемде дауам итеүселәр исемлеген һаман да тулыландыра барам. Башҡорт милләтенән булыуым менән ғорурланам, - ти Вилдан Мостафин.
Төрлө статьялар, закондарҙың өҫтөнлөгө, ҡанундан тыш ваҡиғалар, кешеләр араһында булған мөнәсәбәттәрҙе ентекле тикшергән - йәмғиәтте өйрәнеү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметтарын Вилдан Мостафин мәктәптә ныҡлап өйрәнә. Ул үҙен ошо дәрестәрҙә иркен тота, уйлаған уйҙарын, фекерен ике телдә – русса ла, башҡортса ла тулы итеп еткерә белә. Ул төрлө олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
Уҡыусыларында башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә оло яуаплылыҡ тойған уҡытыусы Резеда Ризәлүн ҡыҙы Хәмитова дәрестәрендә яңынан-яңы методик алымдар ҡуллана, заманса технологияларҙы үҙ итә. Былтырғы уҡыу йылында Вилдан башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булған. Быйыл да ул уҡытыусыһы менән берлектә ошо олимпиаданың һайлап алыу турына етди әҙерләнә.
Ғаиләлә ул ата-әсәһе Вәсил Рәсүл улы менән Венера Шәкир ҡыҙының тыңлаусан улы булһа, ә өс бер туған энеләре Фәнзилгә, Арсенға, Әмирханға хәстәрлекле ағай ҙа, һәр яҡлап ысын миҫал да була белә. Өй эштәрендә лә үҙенә йөкмәтелгән вазифаларҙы ваҡытында үтәй. Мәҫәлән, өй йыйыштырыу, утын ярыу, мунса яғыу, йәйен үлән сабыу, ҡышын ҡар көрәү кеүек эштәр Вилдан ҡарамағында. Йәмле йәй айҙарын да улар Баймаҡ районының Темәс, Үрге Иҙрис ауылдарында үткәрә. Унда ла Мостафиндарҙың улдары ҡунаҡ ҡына булып ятмай, өлкәндәргә бесән сабыша, еләк-емеш, дарыу үләндәре йыя, миндек әҙерләй.
Көслө, сыҙамлы Вилдан Мостафиндың ҡыҙыҡһыныуҙары, шөғөлдәре лә байтаҡ ҡына: төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашҡан егет район мәҙәниәт йортонда ойошторолған “Йәшмәләр” башҡорт халыҡ ансамбленә йөрөй. Буш ваҡытында ул гитарала уйнай, аҙнаһына өс тапҡыр бокс менән шөғөлләнә. Көс талап иткән, бергә-бер алышыу күнекмәләрен даими үтәгән үҫмер, уларҙы фитнес клубында дауам итергә лә ваҡыт таба.
Мотоциклдар менән ҡыҙыҡһынған Вилдандың Центурион 250 моделле мотоциклы бар. Техникаға булған һөйөүе лә уға атаһынан килә. Ун өс йәштәр тирәһендә атаһы улын үҙе йәш сағында елдергән Минск мотоциклында йөрөргә өйрәткән булған.
Башҡортостандың мөғжизәле урындары - Шүлгәнташ мәмерйәһе, Торатауҙа, Асылыкүл буйҙарында, йылы яҡта - Ҡара диңгеҙ ҙә ял иткән матур, өлгөлө, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Вилдан киләсәк тормошона ла бик етди ҡарай. Ул үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары өлкәһендә күрә һәм ошо хыялын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һала.
Ата-әсәһенең ғорурлығы, ныҡлы терәге булған, үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, уларға мотлаҡ ирешергә өйрәнгән етди ҡарашлы, белемгә ынтылышлы егет тағы ла яңы ҡаҙаныштары менән шатландырыр һәм киләсәктә үҙен эшлекле һөнәрмән итеп күрһәтер.