Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
24 Февраль 2023, 10:54

Зәйнуллиндар киленле булды

Инзилә һәм Зинфир Зәйнуллиндар улдары Илмирға кәләш әйттерҙе. Киленебеҙ Бүздәк һылыуы Алһыу Ирек ҡыҙы БДПУ – ның тарих факультеты студенты. Илмир үҙе Өфө дәүләт авиация университетын тамамлап, хәҙерге көндә уңышлы эшләп йөрөй.

Зәйнуллиндар киленле булды
Зәйнуллиндар киленле булды

Минең бөтә хеҙмәт юлым йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арналды. Балаларҙың тәртипле, өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы итеп тәрбиәләүгә күп көс һалдым, тип әйтә алам.

Хәҙер ҙә йәштәребеҙҙең уңыштарына ҡыуанып, кәрәк саҡта бай тәжрибәм менән уртаҡлашып, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуҙы кәрәкле тип һанайым, сөнки өлкәндәр һүҙенә йәш быуын барыбер ҡолаҡ һала. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ үҙ асылына ҡайта башланы, “иман” һүҙе лә йышыраҡ яңғырай. Ғаилә ҡорған йәштәрҙең үҙ – үҙҙәрен ислам дине талаптарына ярашлы күркәм тотоуы, ипле кейенеүе, күптәренең иманлы булыуы күңелгә ятышлы күренеш.

Күптән түгел ауылыбыҙҙа Инзилә һәм Зинфир Зәйнуллиндар улдары Илмирға кәләш әйттерҙе. Киленебеҙ Бүздәк һылыуы Алһыу Ирек ҡыҙы БДПУ – ның тарих факультеты студенты. Илмир үҙе Өфө дәүләт авиация университетын тамамлап, хәҙерге көндә уңышлы эшләп йөрөй.

Туй, бөтә йолалар ҙа үтәлеп, шартына еткерелеп, гөрләп үтеп китте. Туйҙан һуң да, белеүебеҙсә, үткәреләһе күркәм йолалар бар әле. Атап әйткәндә, ҡәйнә ҡоймағы һәм килен сәйе. Башта Бүздәк яҡтарына барып, ҡәйнә ҡоймағын тәмләп ҡайттыҡ. Унан үҙебеҙҙең ауылда килен сәйенә йыйылдыҡ. Ҡоҙалар яғында был йола килен туҡмасы тип йөрөтөлә икән. Зәйнуллиндарҙың нәнәйҙәре, әбей – бабайҙары, күрше – күләндәре, яҡын туғандары йыйылып, Ҡөръән сүрәләре уҡып, йәштәргә изге теләктәр әйтеп, оҫта итеп киҫелгән килен туҡмасы ашап, йәш киленсәк менән яҡындан таныштыҡ. Киленебеҙҙең уңғанлығына һоҡланып, ата – әсәһенең егәрле, әҙәпле ҡыҙ бала үҫтереүенә оло баһалар биреп, таралыштыҡ.

Раббым Аллаһ артабан балаларға мөхәббәтле тигеҙ ғүмер насип итһен ине. Иманлы, миһырбанлы, тәүфиҡлы, илһөйәр балалар үҫтерергә яҙһасы! Илебеҙгә именлек күрһәтһәңсе, Раббым!

Автор:Нәфисә Бәҙертдинова, Нуриман районы, Иҫке Күл ауылы.
Читайте нас: