Иглинда уҙған «Яҙ һылыуҡайы» бәйгеһенең төп титулы өсөн райондың ете һылыуҡайы көс һынашты.
Урындағы хакимиәттең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты, «Алпамыш» йәштәр үҙәге ойошторған күләмле сараның һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ете конкурсант сәхнәгә сыҡты.
«Визитка» конкурсында һылыуҡайҙар үҙҙәре хаҡында һөйләне. Бәйгеселәр ижади һәләттәрен дә күрһәтте: шиғыр һөйләне, йыр һәм бейеүҙәр башҡарҙы, бәлеш әҙерләү рецепты менән дә уртаҡлашты.
Хәҙерге ваҡытта ҡатын-ҡыҙ хужалыҡ эштәре менән генә шөғөлләнмәй, ә үҙенең профессиональ карьераһын да төҙөй. Бының өсөн улар тәрән белемгә эйә булырға тейеш. «Интеллектуаль» конкурсында алып барыусы конкурсанттарға төрлө темаларға икешәр һорау бирҙе.
Гүзәл заттарҙың дефилеһы, уларҙың нескәлеге, нәзәкәтлелеге лә тамашасыларҙы һоҡландырмай ҡалманы.
Айырым конкурста һылыуҡайҙарға ярҙам итеү төркөмдәре лә ярышты. Улар өсөн ҡатнашыусылар өҫтәмә балл алды.
Жюри ағзалары кәңәшмә бүлмәһенә китте. Ә был ваҡытта тамашасыларға «Step up», «Импульс» бейеү коллективтары һәм София Живновская концерт номерҙарын бүләк итте.
Бына тулҡынландырғыс мәл етте. Һәр ҡатнашыусы айырым номинацияларҙа билдәләнде. Таутөмән ауылынан Мария Васильева – өсөнсө, Иглиндан Валерия Лукша – икенсе, Карина Әғәҙуллина беренсе урындарға лайыҡ булды.
«Яҙ һылыуҡайы» конкурсының төп еңеүсеһе тип Урман ауылынан Вероника Яшникова танылды. Вероника 2021 йылда Урман ауылы мәктәбен ҡыҙыл аттестат менән тамамлай һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжына башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлегенә уҡырға инә. Ҡыҙ ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Үҙ ҡулдары менән бүләктәр яһарға ярата, бер нисә йыл инде изолондан матур әйберҙәр яһай.
Верониканың тағы бер мауығыуы бар. Ул бейергә ярата. Һигеҙ йыл «Step up» өлгөлө хореография коллективында шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта Вероника «Феерия»өлгөлө ансамблендә бейей. Коллектив составында ла, яңғыҙ ҙа сығыш яһай. Колледжда студенттар сараларында әүҙем ҡатнаша.
Конкурс ойошҡанлы үтте, унда ҡатнашҡан бөтә бәйгеселәр ҙә бағыусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр алды.