Бөгөн, 25 майҙа Благовещен хәрби комиссариатында йәш егеттәрҙе сираттағы хеҙмәткә ебәреү тантанаһы үтте. Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар һөйгәндәре менән илай-илай хушлаша һәм иҫтәлеккә фотоға төшә, атайҙар ирҙәрсә улдарының ҡулын ҡыҫа, яңы хәрбиҙәр юлға ебәрелеүгә әҙерләнә.
Был көндө беҙҙең ҡала-райондан алты егет Ҡораллы көстәр сафын тулыландыра. Хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Александр Мохов балаларға иң яҡшы теләктәр һәм изге нәсихәттәр менән мөрәжәғәт итте.
-Һеҙҙең алда - хәрби хеҙмәткә саҡырыу йылы. Бында һеҙ ата - әсәләрегеҙ, тыуған мәктәбегеҙ, башҡа уҡыу йорттары, дуҫтарығыҙ биргән бөтә яҡшы сифаттарҙы күрһәтергә тейешһегеҙ. Күпселек егеттәрҙең был саҡырыу кампанияһына ҙур теләк менән барыуы менән ғорурланам, - тип билдәләне Александр Иванович.
Удельно-Дыуанай ауылынан Роман Селезневтың әсәһе һәм өләсәһе тулҡынланыуҙарын йәшермәй, әммә яҡынының гражданлыҡ бурысын ғорурлыҡ менән үтеүен теләй.
-Быуаттар буйына ирҙәр Ватанды һаҡлаған. Хәҙер улымдың сираты етте, - ти Олеся Николаевна. – Беҙҙә күп балалы ғаилә - ике ул һәм өс ҡыҙ. Рома - иң олоһо. Ул кеселәргә өлгө булып тора. Бөтә балалар ҙа лайыҡлы хеҙмәт итһен һәм тиҙерәк өйҙәренә ҡайтһын.
- Бөгөн улым Иван өсөн үҙенсәлекле көн. Беҙ, ата - әсәләр, бер үк ваҡытта уның менән бер йылға айырылышыуыбыҙ менән күңелһеҙләнәбеҙ һәм уның армияға барыуы менән ғорурланабыҙ, - ти Бедеева Поляна ауылынан Светлана Багаева. - Армия - ул ысын тормош мәктәбе булһа ла, беҙ, әсәйҙәр ҙә улдарыбыҙ менән был мәктәпте бергә үтәбеҙ. Һәр ир-егеттең бурысын үтәргә йыйынған улыбыҙ үҙ иленә хеҙмәт итергә ныҡлы ҡарар итте, уның менән айырылышыуы бик ауыр булһа ла, беҙ уны тулыһынса хуплайбыҙ.
Иван Багаевты оҙатырға уның яратҡан ҡыҙы Света ла килгән. Уға күҙ йәштәрен тыйыу ауыр булһа ла, ҡыҙ Ваня менән ғорурланыуын таный һәм уны көтөргә вәғәҙә лә итте.
-Һеҙҙе махсус хәрби операцияға, бер кем дә саҡырмаясаҡ. Шуға күрә ата-әсәләргә һәм яҡындарығыҙға борсолорға кәрәкмәй. Был ҡыҫҡа ваҡытлы хеҙмәт тамамланғас, һеҙҙең үҙ теләгегеҙ буйынса ғына артабан саҡырылыу мөмкин буласаҡ, - тине Александр Мохов.