Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
19 Июль 2023, 15:39

Йәштәрҙең иҫтәлекле көнө

Благовещендың тыуған көнө - Ҡала көнөндә Егор Бурицкий һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Бөрө районы ҡыҙы  Ғәлиә Әминева өсөн был байрам йыр һәм бейеүҙәр менән генә түгел, ә тормошоноң бер мөһим көнө булараҡ уның хәтерендә ҡаласаҡ.

Йәштәрҙең иҫтәлекле көнө
Йәштәрҙең иҫтәлекле көнө

Благовещендың тыуған көнө - Ҡала көнөндә Егор Бурицкий һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Бөрө районы ҡыҙы  Ғәлиә Әминева өсөн был байрам йыр һәм бейеүҙәр менән генә түгел, ә тормошоноң бер мөһим көнө булараҡ уның хәтерендә ҡаласаҡ.

Ҡыҙҙы байрам тантанаһы мәлендә сәхнәгә саҡырып, уға ойоштороу эштәрендә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәләр. Әммә ул һөйгәненең пландары тураһында белмәй. Егор Бурицкий балдаҡлы ҡумтаны ҡулына алып, тамашасыларҙың көслө ҡул сабыуҙары аҫтында Ғәлиәгә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ғәлиә, оҙаҡ уйлап тормай, ризалыҡ менән һөйгәненә ыңғай яуап бирә.

Был пар өс йыл элек самаһы Өфөлә танышҡан. Егор Ғәлиә эшләгән дарыуханаға килә. Матур, һомғол буйлы ҡараһыу ҡыҙ баш ҡала егетенә шунда уҡ оҡшай. Шул саҡта ул уның социаль селтәрҙәге аккаунтын табырға ҡарар итә. Бер аҙнанан Егор менән Ғәлиә осраша башлай.

-Буласаҡ кәләшемә сәхнәлә тәҡдим яһау - минең күптәнге хыялым ине. Беҙҙе байрамға аппаратура ҡуйырға саҡырғас та, был минең мөмкинлегем тип уйланым һәм ошо аҙымға тәүәккәләнем, - тип уртаҡлашты кейәү.

Йәштәргә пар күгәрсендәй гөрләшеп йәшәргә яҙһын! Уларҙың тормош юлы тигеҙ, уйҙары бер, эшләгән эштәре изге булһын!  

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: