Йәйғор
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәйғор почтаһынан
1 Ғинуар 2021, 02:00

Мәғрифәтсе Аҡмуллаға бағышлап

Һәр ваҡыт телгә иғтибар биреү, уны байытыу, тапҡыр яуап бирә белеү, кинәйә менән һөйләшеү хас халҡыбыҙға. Телебеҙ - беҙҙең иң ҙур хазинабыҙ. Хәҙер бөтә донъяла һәр халыҡ үҙенсә туған теленә дан һәм мәҙхиә йырлай.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты З.Й. Рәхмәтуллинаның мөрәжәғәтенән сығып, башҡорт теле көнө уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул итте. Был сара уҙған көндә күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыу айҡанлы тел тылсымын, ҡәҙерен тағы бер тапҡыр уҡыусыларға еткереү бурысы ҡуйылды. Яңы Надеждин мәктәбендә лә был датаға бағышлап төрлө саралар ойошторолдо. 7 - 9-сы класс уҡыусылары М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады тураһында һөйләһә, ә ҡалған балалар синыфтан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Телгә маһирҙар үҙен шиғыр һөйләүселәр конкурсында һынап ҡараны, ҡылҡәләм оҫталары һүрәттәр буйынса ярышты, уй-фекерле һәм тапҡырҙар викторинала бәйге тотто. Бына улар иң-иңдәр һәм булдыҡлы уҡыусылар: Аделина Аҡмырҙина, Кристина Трегубина, Татьяна Әбдийәнова, Ләйсән Ғазина, Руслан Кошкин, Редик Вәлишин, Зарина Хәлиуллина, Ирина Луконина, Игорь Василенко. М.Аҡмулла тураһында төшөрөлгән фильм да уҡыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Аяныс яҙмышлы шәхестең бер ауырлыҡтарға ҡарамай ижад итеүе, мәғрифәткә саҡырыуы, белемгә ынтылыуы уйлы кеше өсөн фәһемле миҫал. Әлбиттә, М.Аҡмулланың бөйөк мираҫын, телдең байлығын дәрес сиктәрендә генә өйрәнеп бөтөү мөмкин түгел. Шулай ҙа ошо сараларҙа кемдер үҙе өсөн яңы исем асты, тел серҙәрен нығыраҡ белде, кемдер уҡымышлы, белемле, һөнәрле булыу һәр заманда ла көнүҙәк икәнлеген аңланы. Барса саралар ҙа Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәне уҡытыусыһы Илүсә Ғәлиәкбәрова һәм ауыл китапханаһы китапханасыһы Руфина Мирхәйҙәрова менән берлектә ойошторолдо.

Читайте нас