Өфө районы Зубов ауылы мәктәбендә райондың башҡорт теле уҡытыусылары "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проект методы" исемле кәңәшмәлә ҡатнашты.
Сара сиктәрендә башҡорт теле уҡытыусылары Айгөл Сабирйән ҡыҙы Алтынбаева һәм Гөлдәр Булат ҡыҙы Искәнйәрова асыҡ дәрес күрһәтте. Федераль дәүләт стандарттарын күҙ уңында тотоп төҙөлгән был дәрестәр кәңәшмәлә ҡатнашҡан белгестәр тарафынан төплө анализланды һәм юғары баһаға лайыҡ тип табылды.
“Яратам һине, илем, яратам һине, телем!” - тип исемләнгән дәрестән тыш сара күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Тимерхан ҡыҙы Аҡбулатова ойошторған был сара башҡорт теленең ни тиклем гүзәл, нәзәкәтле, моңло булыуын, Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең берҙәмлеген, милли мәҙәниәттең иҫ киткес көскә эйә булыуын иҫбатланы. Килгән ҡунаҡтар мәктәп уҡыусыларының дәүләт теле - башҡорт телен ҡыҙыҡһынып өйрәнеүен, милли йолаларҙы яҡшы белеүен, уҡытыусылары биргән белемде төплө үҙләштереүен күрҙе. Сарала ҡатнашҡан балалар халыҡ әкиәттәре менән бер рәттән Рәми Ғариповтың, Мостай Кәримдең, Ноғман Мусиндың үлемһеҙ әҫәрҙәрен һоҡланғыс итеп һөйләне. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары байрамға мәртәбә өҫтәне: төрлө кимәлдәге конкурс лауреаттары Фәдис Иҙрисов менән Әлиә Әбдрәшитованың сығыштары залдағы һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Үрҙә һаналып кителгән бихисап эштәрҙе уңышлы башҡарып сығыуҙа, әлбиттә, мәктәп директоры Гөлсәсәк Ғәйнетдин ҡыҙы Дауытованың роле баһалап бөткөһөҙ. Һәр башланғысҡа яуаплы ҡараған, барса эштәрҙең еренә еткереп тейешенсә эшләнеүен талап иткән, ҡул аҫтында эшләүсе коллегаларына ярҙам итергә әҙер торған директор менән мәктәп ысын мәғәнәһендә ғорурлана ала.