Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер туған ағай менән ҡусты. Береһен Йәй бабай, икенсеһен Ҡыш бабай тип йөрөткәндәр.
Улар кешеләргә бүләк өләшергә, шатлыҡ килтерергә яратҡан. Тик бүләктәрен Ҡыш бабай декабрҙә, ә Йәй бабай июндә таратҡан. Бүләктәр күп булғас, икеһенең дә арбаһы булған. Әммә өлкәненең, Йәй бабайҙың, арбаһы тәгәрмәсле булған. Ҡыш бабайҙың санаһы боҙҙа, ҡарҙа бик тиҙ шыуған, шуға күрә ул бүләктәрен кешеләргә ваҡытында алып барып еткергән. Ә Йәй бабайҙың тәгәрмәсле санаһы яй барған һәм шуға ла ул бүләктәрен ваҡытында тапшырып өлгөрә алмаған, ти. Шуға ла кешеләр Йәй бабайға ҡарағанда Ҡыш бабайҙы нығыраҡ яратҡандар. Тиҙҙән Йәй бабайҙы онотоп, йәйге байрамдарҙы ла үткәрмәгәндәр, ти.
Йәй бабай уйға ҡалған. "Кешеләр йәйҙе бик ярата. Әгәр ҙә мин ҡышты йәйгә алмаштырһам, улар Ҡыш бабайҙы ла онотор ҙа мине яңынан ярата башлар ине", - тигән.
Ул бер ауылға ҡыш уртаһында барған да барлыҡ ҡарҙы иретеп, йәм-йәшел йәй килтергән.
- Ҡыш уртаһында мин һеҙгә йәй килтерҙем, һеҙ быға шатмы?
Кешеләр шаулаша башлағандар, ти:
- Ҡышты кире ҡайтар беҙгә! һәр нәмәнең үҙ ваҡыты!
—Беҙгә Яңы йыл кәрәк! Беҙгә һыуыҡ кәрәк!
Шау-шыуҙы ишетеп, Ҡыш бабай ҙа килеп еткән, ти. Ул ҡар, һыуыҡ алып килгән. Йәй бабайҙы үҙенең санаһына ултыртып, ҡайтарып ебәргән. Шулай итеп, бөтә нәмә лә үҙ урынына ҡайтҡан, ти.
Ысынлап та, һәр миҙгел, һәр байрам үҙенсә матур, төрлө кеше төрлө байрамды, миҙгелде үҙ итә.