Һәр кем Яңы йылға яңы өмөттәр бағлай, яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға ынтыла. Йыл аҙағы һәр беребеҙ өсөн үткән 2020 йылға йомғаҡ яһап, Яңы – 2021 йылға яңы маҡсаттар билдәләнек. Үткән йыл бөтәбеҙ өсөн дә ваҡиғаларға бай булды, ә иң мөһиме– ул үҙенең шатлыҡ-ауырлыҡтары менән беҙҙе бергә тупланы. Яңы йылда кешеләрҙең бер-береһенә мәрхәмәтле, имен-аман булыуын теләйһе килә. Донъяларҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрер, һәр өйгә бәхет, шатлыҡ килер. Барса ошо теләктәргә Нуриман, Иглин, Шишмә, Өфө, Благовещен райондары халҡы ла ихлас ҡушыла.