Йәйғор
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәйғор почтаһынан
2 Ғинуар 2021, 12:00

Балалар һөйләй...

Иғтибар менән күҙәтеп барһаң, балалар донъяһы ифрат мауыҡтырғыс бит ул. Уларҙың ҡыҙыҡ саҡтарын ваҡытында дәфтәргә теркәп барырға кәрәк икән.

Иғтибар менән күҙәтеп барһаң, балалар донъяһы ифрат мауыҡтырғыс бит ул. Уларҙың ҡыҙыҡ саҡтарын ваҡытында дәфтәргә теркәп барырға кәрәк икән. Йылдар үтеү менән күптәре әкренләп онотола, тоноҡлана бара. Ҡыҙҙарым үҫкәндәге ошондай бер – нисә ҡыҙыҡ ваҡиғаны гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен.
***
Өлкән ҡыҙым Гөлсөм бәләкәстән бик теремек булды: ун айҙа тәпәй баҫты, йәш ярымдан һөйләшә башланы. Уға бер өс йәштәр самаһы булғандыр. Йәйге матур көн. Ишек алды хәтфә үлән менән ҡапланған. Әтәс менән тауыҡтар тибенә – тибенә ем эҙләй. Өйөлгән утын өҫтөндә бесәй йоҡлап ята. Үлән өҫтөндә уйнап ултырған ҡыҙым ялҡып киттеме икән, урынынан һикереп торҙо ла, йүгергеләй башланы. Шәп кенә тиҙлек алды, тик аяғы нимәгәлер эләгеп, тәгәрәп китте. Тауыҡтар ҡытҡылдашып ситкә тайпылды, әтәс яҡындағы кәртә өҫтөнә менеп ҡунаҡланы, бесәй ҙә әллә ҡайҙа юҡ булды. Ҡыҙым бер аҙ ята бирҙе лә, күтәреп алыусы булмағас, торҙо, тирә – яғына күҙ һалды (мин боҫоп өлгөрҙөм). Танауын мыш – мыш тартты ла, өлкәндәрҙән берәү ҙә күренмәгәс, илап тормаҫҡа булды. Өҫтөн бер аҙ ҡаҡҡылап, әтәс менән тауыҡтарға ҡарап әйтеп ҡуйҙы:
- Тәки ҡурҡыттым!
***
Йәш саҡтарҙа юл йөрөүҙән ҡурҡылмай торғайны. Балаларҙың ҙурын етәкләп, бәләкәсен күтәреп Мәләүезгә килеп төштөк. Үҙебеҙ бергә йыйылғас, балалар ҙа күбәйеп китә. Алһыу апайым балаларҙы айырым һыйламаҡсы булып табынға саҡыра:
-Аш ашарға килегеҙ!
Балалар йүгерешеп килеп ашарға ултыра. Гөлсөм ҡыҙым ҡалаҡ менән ашын бутап ултыра ла:
- Ашмы ни был, был бит бутҡа! – тип әйтеп һала.
Алһыу апайым уңайһыҙланып ҡына:
- Эй, балам, дөгө ашы шулай ҡуйырып китеүсән шул ул, - тигән була.
Аҙаҡ гел шуны һөйләп көлөр булдыҡ: бутҡа һүҙен әйтә белмәһә лә, аш менән бутҡа айырмаһын белгән бит!
***
Бәләкәй ҡыҙым Гөлназ оялсаныраҡ, баҙнатһыҙыраҡ булып үҫте. Үҙенән бер йәшкә бәләкәйерәк булһа ла, уҫалыраҡ, йылдамыраҡ булған күрше ҡыҙы менән уйнап үҫтеләр. Башланғыс кластарҙа бейеү менән мауығып киттеләр. Шулай район үҙәгенә бер конкурсҡа алып киттеләр быларҙы. Сәхнәгә саҡырғандарын көтөп, шаршау артында торалар икән. Күрше ҡыҙы ихлас итеп Гөлназды ҡосаҡлап:
- Их, мин беренсе урынды алып, һин икенсе урын алһаң ярар ине, ибет, Гөлназ!- тип икеһенә теләк теләгән ти.
Читайте нас: