Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәйғор почтаһынан
28 Апрель 2022, 14:29

Атайлы булыуға ни етә

«Аталы бала – арҡалы», «Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән», «Атанан күреп ул үҫер, әсәне күреп – ҡыҙ үҫер» кеүек тапҡыр мәҡәлдәр бар халҡыбыҙҙа.

Атайлы булыуға ни етә
Атайлы булыуға ни етә

«Аталы бала – арҡалы», «Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән», «Атанан күреп ул үҫер, әсәне күреп – ҡыҙ үҫер» кеүек тапҡыр мәҡәлдәр бар халҡыбыҙҙа.

Эйе, ғаиләлә атай кешенең роле баһалап бөткөһөҙ. Ул – ғаилә именлеген һаҡлаусы ла, балаларына өлгө булырлыҡ кеше лә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһына ла атайлы булыу бәхете теймәй шул. Атай һөйөүөнә мохтаж балаларҙың яҙғандарын уҡыһаң, йөрәк әрней.

«...Ошо көндәрҙә атайыма НИ БАРЫ 54 йәш тулыр ине...Әле мин һин был донъяларҙан киткән йәште тултырырға йыйынам...Һәм... САҠ йәшәй генә башлағанымды аңлайым...Ә һин ...Бик иртәләнең шул...Хатта атайлы бөгөнгөбөҙ нисек булырын күҙ алдына ла килтереп булмай,сөнки бөтөнләй сабыйҙар ғына булып ҡалдыҡ һинән...
Ә ысынында, Атай, беләһең бит, минең күңелемдә Матур бер Йыр йәшәй. Бәхет йыры... Һин йырҙы һөйгән кеүек, мин дә һөйәм уны. Сөнки миндә һинең ҡаның аға, һинең тауышың, моңоң йәшәй. Шуға ла мин йырлап йәшәргә тейешмен, Атай. Үҙем, әсәйем, һеңлеләрем һәм мотлаҡ Һинең өсөн. Зарланып та алам, юҡһа арҡаланып ҡына, иркәләнеп кенә лә йәшәге килә. Аталы бала арҡалы тип тә әйтәләр бит, ә беҙҙең терәлер арҡабыҙ күптән инде күктәргә,Юғарыға олғашҡан, Атай.
Тыуған көнөң менән,Атаҡайым...Яратабыҙ,һағынабыҙ,юҡһынабыҙ..., - тип яҙа Әлиә Хәсәнова. – «Иҫләйеңме атайыңды» - тиҙәр миңә. Иҫләйем. Янып күккә осҡан тыуған йортобоҙҙа атайлы һәр минутым хәтеремдә. Иҫке телевизорҙан иҫең китеп спорт ярыштарын ҡарауың, ҡунаҡтарҙа моңло итеп йырлауың, ҡаҡ иҙәндә рәхәтләнеп салҡатан ятып аунауың, эшкә тиеп сығып китеүҙәрең, ҡайтҡаныңда сумаҙаныңдан сығарып биргән бала саҡ тәме булып ҡалған милкеуей, марс, сникерс кеүек тәмлекәстәрең, ҡуян күстәнәстәрең, бәләкәй булһам да еңмешләнеп Урал мотоциклдың артына ғына ултырып йөрөүҙәрем, һеңлем тыуғандағы шатлыҡлы йөҙөң, бәпесте алып ҡайтҡандағы илаһи танһыҡ мәлебеҙ, ауыл больницаһына әсәй менән бәпәйгә йөрөүебеҙ, матур ғына көсөгөбөҙҙө урлатыуыбыҙ, хатта шыйыҡ ҡаймаҡты нисек ағыҙмай ипле ҡыланып ашарға өйрәтеүең, һәм минең гелән үсегеп илап һеҙҙе еңеүҙәрем -барыһы ла хәтеремдә. Бөтә ғүмеремдең иң бәхетле йылдары атайлы сағым булған, һис шикһеҙ.
«Ҡыҙым бәләкәй әле»,- тинең. Йәше лә, кәүҙәһе лә»,- күршеләге тәүге уҡытыусым ҡыҙыңды быйыл мәктәптә бир тип килгәнендә. Тик... Мин барҙым ул йыл уҡыуға, Атай. Һине ысын донъяға оҙатып, өс көн үткәс алты йәшемде тултырҙым да уҡыусы булып киттем. Һин күрмәнең... Тәүге сентябрь байрамым да, ғөмүмән, артабанғы тормошомда бөтә башҡа иҫтәлекле миҙгелдәрем һинһеҙ үтте. Мәктәптә Гел арҡанан һөйәләр ине , йәлләгәндәрҙер мине, яңы ғына атайһыҙ ҡалған ҡыҙ баланы.Уҡытыусыларҙы илатҡансы йырлағайның тине әсәйем берҙе, улар ҙа шул йәлләгәндән генә илашҡандарҙыр. Ә мин инде ул саҡта ҙуур ҡыҙыҡай инем, Атай, әйтерһең дә, һине ҡәбергә төшөргәндәрендә «Атайымды күммәгеҙ», тип ер тырнарҙай булып үкереп илаған саҡта һинең менән бергә бала сағымды ла ерләгәнмен. Шул саҡта мин ҡалғанын күрмәһен тип машинаға алып барып тыҡтылар. Өләсәйем йылдар үткәс әйтеп ҡуйҙы : «Шундағы һинең илауыңдан йөрәгем ярыла яҙҙы»,-тип. Ә минең шул саҡтан күңелем китек, Атай,гүйә, теге уазикта түгел, ә тотош донъя, ваҡыт машинаһында биклемен мин, ғүмер генә минең тирәләй үтеп бара кеүек...

Аҙаҡ инде Һинһеҙ ҡалған йортобоҙҙоң да ҡото булманы, йәп -йәш көйө яңғыҙ ҡалған әсәйемдең миңә артыҡ иҫе китмәне, бөтә һағыштарын ун бер айлыҡ ҡына ҡалған һеңлемә баҫты. Хәйер, һеңлем, атай, һине бөтөнләй белмәй бит. Һәм әле лә ул һине һорашмай ҙа, белешмәй ҙә. Нәжиә өсөн атай ул иҫәпһеҙ һанһыҙ һинең фоторәсемдәрең генә. Ә бит уны һин минән дә нығыраҡ яратҡайның.

Йылдар уҙа торҙо, уҡыуға ла барҙыҡ, мәктәпте лә тамамланыҡ. Һеңлем ҡулына бына-бына дипломын да алырға тора. Тырышып уҡыныҡ, яҡшы уҡыныҡ. Кәм -хур булып йөрөмәнек, етем ҡалдылар тиһәләр ҙә, Аллаға шөкөр, етемлекте тойманыҡ. Бөтөн донъя йөгөн яңғыҙы иңдәрендә тартҡан әсәйебеҙ арҡаһында теләгәнебеҙҙе ашаныҡ, теләгәнебеҙҙе кейеп үҫтек. Әсәйле кеше етем булмайҙыр ул, Атай. Тик... Беҙ һаман китек күңел менән йәшәйбеҙ. Теге ҡәһәрле декабрь таңы тыуған нигебеҙҙе ер менән тигеҙләп, бөтә булған мал -мөлкәтебеҙҙең көлөн күккә осормаһа, үҙ йортобоҙҙа, үҙ тыуған ауылыбыҙҙа, үҙ туған -тыумасалар, дуҫтар, ут күршеләр менән йәшәһәк, бәлки, еңелерәк тә булыр ине... Тәү тапҡыр ҡыуанып, дәртләнеп аша атлап үткән тыуған мәктәбем тупһаһын, дуҫтарымды, туғандарымды ҡалдырып, ете -яттарға барыу ҡыйын ине шул. Һәм шул мәлдә йөрәгемдең йәнә бер өлөшө өҙөлөп төшөп ҡалды. Шул өлөш кескәй булһа ла олооо бер яра булып һыҙлап тыуған ауылыма тарта ла тора,унда хәҙер апайымдан башҡа барырлыҡ яҡын кешеләрем булмаһа ла... Һин бар инде, эргәңдә ҡартәсәй менән ҡартатай бар. Юлдар ғына төшмәй әле, Атай, күрәһең. Тик киләсәктә һинең ейән - ейәнсәрҙәрең менән ауылымда барыр танһыҡ урындарым бар...
Күктән генә беҙгә ҡарап өҙгөләнәһеңдер тиеп йыш уйлайым, Атай!!! Киноларҙағы һымаҡ вәхшәрҙе күрмәһәк тә, үгәйлекте арыу татыныҡ, Атай. Иң яратмағаным был донъяла “үгәй " һүҙе. Күңел бер нисек тә ҡабул итмәй. Ни өсөн бөтә балалар үҙ әсәй -атайҙары менән генә йәшәмәй икән?! Нимәгә һуң үгәй атай, әгәр ҙә бер генә мәртәбә булһа ла арҡаңдан һөйөп, күҙҙәреңдән кисерештәреңде тоймағас. Киреһенсә, бер генә яңылыш аҙым яһаһаң да үгәйҙәр иң беренсе ҡыуана төҫлө, һәм бар яңылышлыҡтар тап улар өсөн генә килеп сыға һымаҡ. Ә хаталарым булды, Атай. Хәтәр ҙур хаталарым. Белмәйем, кисерер инеңме икән мине улар өсөн?! Тормошомдо киҫкен рәүештә баштүбән әйләндергән хаталар, Атай, һындырманы бит мине. Бөттө был тиеп көткәндәрҙең дә өмөтө аҡланмай ҡалды. Бөтмәнем, үттем. Гүргә лә шунһыҙ инә алмаҫ инем... Аҙаштырған, алдаштырғандарҙан арынып, үҙ юлыма сығыр көстәрем булған икән, Атай. Инде тайпылдырмаҫ көстәр кәрәк, юғиһә ҡыуанырҙар бит, ә миңә үҙ туҡһаным туҡһан әле, саф хистәрем, тойғоларым, йоҡоһоҙ ғазаплы төндәрем, рәнйеп һыҡрап илаған күҙ йәштәрем Йәл...Ауырлыҡтарға түҙмәй, "ал мине үҙеңә " тип ялбарған көсһөҙ саҡтарым өсөн ғәфү ит, Атай. Һин йәшләй, үтә йәшләй киттең, инде хәҙер мин шул йәшкә етеп барам, ә китәһеләр килмәй икән, Атай, әле яңы ғына йәшәй башлағанмын икән...

Әле һиңә хаттар яҙам. Һинең йәшлек илеңдәң, һиңә кәләш булып барған әсәйемде үҫтергән хозур тәбиғәтле изге ерҙән. Ошо ерҙән беҙҙең дә ғүмеребеҙ башланғыс алған, ошо ерҙәрҙе хәҙер тыуған еремдәй күреп яратам. Бында мин ҡайтам, ә әсәйемә ҡунаҡҡа ғына йөрөгәндәй ҡайтып китәм. Сөнки үгәй ерҙәр һөйөндөрмәй, Атай. Хәйер, үгәй микән инде?! Ун алты йыл ғүмер шунда үтеп бара... Барыһына ла түҙелгән дә күнегелгән. Ул ерҙәрҙә балалыҡ дуҫтарым, яҡты хәтирәләр һаҡлар үҫмер йылдарым һәм йәшлегемдең әле -әле бөрөләнгән мәлдәре лә биТ тороп ҡалған. Һағынам, һәм әлбиттә күңелемдә ғәзиз итеп һаҡлайым барыһын. .

Шулай, атай, һинһеҙ тормош. "Ҡалай атайыңа оҡшағанһың " тиһәләр, түбәм күккә тейә, бәхетем сикһеҙгә әйләнә лә "мыйыҡ ҡына етмәй" тиеп өҫтәп ҡуям. Ғорурланам һинең менән, Атай!!! Бөгөнгө көндә иң яратҡан олатай булып, һеңлеләреңдең, ҡустыңдың балаларын һөйөп ултырыр инең. Һин яратҡан Венер малайға ла кәләш алып бирҙек, Дилара ҡыҙыңды кейәүгә бирҙек. Ҡартатай ҙа әле үҙең, ә мин инде инәй.Тағы бик күп, бик күп улдарың һәм ҡыҙҙарың бар, Атай. "Һеңлеләреңдән тороп ҡалдың, сыҡ кейәүгә " тиер инең микән әле булһа. Ә мин бик шат булыр инем, Атай, тормош юлымды бергә үтергә тап һинең кеүек иптәш осраһа. Һинең кеүек моңло тауышлы, йырҙы, спортты яратҡан кеше. Ысын, Атай, беләһең бит, минең күңелемдә Матур бер Йыр йәшәй. Бәхет йыры. Һин йырҙы һөйгән кеүек, мин дә һөйәм уны. Сөнки миндә һинең ҡаның аға, һинең тауышың, моңоң йәшәй. Шуға ла мин йырлап йәшәргә тейешмен, Атай. Үҙем, әсәйем, һеңлеләрем һәм мотлаҡ Һинең өсөн. Зарланып та алам, юҡһа арҡаланып ҡына, иркәләнеп кенә лә йәшәге килә. Аталы бала арҡалы тип тә әйтәләр бит, ә беҙҙең терәлер арҡабыҙ күптән инде күктәргә, Юғарыға олғашҡан, Атай».

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: