Өләсәйле баланың икеләтә бәхетле икәнлеген йылдар үткәс кенә төшөнәһең. Яҙмыш һине ниндәй генә юлдан алып китһә лә, бала саҡ хәтергә уйылып, ғүмер буйына һинең менән йөрөй.
«Һағыныуҙан һыҙылып йөрәк әрнҽй! Ең һыҙғанып көткән донъяңда үҙҽң гҽнә юҡһың,Өләсәй! Был тормош мҽңләтә күркәмләнҽп һәм гүзәлләнҽп тик һинҽң тирәләй әйләнгән икән…
Элҽк,каникулға килһәм, йәйгҽ оҙон көндәрҙҽң бөтмәҫ мәшәҡәтҽнән арып -талып ҽтҽ төн уртаһында ғына урыныңа килҽп йығылаһың да, миңә әкиәттәр һөйләй торғайның… Бөтә әкиәттәр ҙә бҽсән ,кәртүк тураһында инҽ, эш, донъя тиҽп йән аттың шул! Тағы таҡмаҡ әйтҽп бҽйҽтҽр инҽң кистәрҽн, күңҽлҽм булғансы һиңә концҽрт ҡуйып арыйым да «ҡайтҡым килә», тип илай башлайым, ә һин «Баймаҡ тиҽгҽҙ ҙә торағыҙ, шул хәтлҽм яратаһыңмы Баймағыңды», тип әҙҽрәк үпкәләп алыр инҽң!
Ауыл эшҽнҽң бөтә нҽскәлҽктәрҽн дә һин өйрәттҽң миңә,Өләсәй, һыйыр һауырға ла,ағын эш итҽргә лә, икмәк бҽшҽрҽргә лә,бҽсән сабырға ла… «Үҙҽң өсөн», тинҽң, ә мин һинҽң өсөн эшләнҽм,көймәһҽн, һөйөнһөн тип… Өйрәнгәнҽм бит киләсәктә мотлаҡ кәрәк булыр,быға минҽң иманым камил!!!
Күптән инде өләсәйһеҙ таңдар ата, көндәр төндәр менән алышына, миҙгел артынан миҙгелдәр уҙышып ғүмер үтеп бара... Донъя ҡыуып, тормоштоң көндәлек бөтмәҫ мәшәҡәтенә батып-сумып , мәңге бушай алмаҫтан йәшәһәк тә, һис тә онотмайбыҙ һине, ҡәҙерлебеҙ! Һәр балаң, һәр ейән-ейәнсәрең һинең булмышыңды, асылыңды үҙ йәнебеҙҙә тойоп, холоҡ-фиғелеңде ҡабул итеп, буй-һыныңды сағылдырып, һиҙеп- белеп һәм хатта аңғармаҫтан да Һине Ҡабатлап, һинән күргәнсә, белгәнсә һәм өйрәнгәнсә тормошто дауам иттерәбеҙ! Һинең ҡаның беҙҙә аға, Аллама мең шөкөр, Өләсәй!
Йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит һиңә, Өләсәй, бик иртә ҡалдырып киттең шул беҙҙе! Илағы килә, тик иламайым бөгөн, һин бит һәр саҡта ла көслө булдың, беҙгә мәңгелек өлгө һәм үрнәк! Шундай һағындыыым, Өләсәй, ээх, бер ҡосаҡлап һине, иркәләәәп кенә ҡуйыныңа һыйынырға ине! Өҙгөләнә-өҙгөләнә йөрәк әрнетеп һағынырға ғына ҡалды шул»!
Автор: Әлиә Хәсәнова.