Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
1 Февраль 2017, 12:40

Эшен яратҡан архитектор

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, талантлы архитектор Вәкил Вәғиз улы Дәүләтшинды тыңлаған һайын тыңлағы килә. Егеттәргә хас булған саялыҡ, ныҡышмаллыҡ, һынсыл ҡараш менән һәр нәмәгә үҙ фекерен белдерергә ашҡынған геройымдың тормош юлы, яратып башҡарған эше һоҡланырлыҡ шул.
Күп балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән малай бәләкәйҙән теремек, сая ҡарашлы булып буй еткерә. Арҡауылдағы башланғыс мәктәпте, артабан Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлаған сабыр холоҡло, ярҙамсыл Вәкил һис тә икеләнеп тормайынса, 1967 йылда Мәскәүҙәге архитектура институтына уҡырға инә.
- Башҡортса уҡығас, йүнләп русса һөйләшә лә белмәйем. Илебеҙҙең баш ҡалаһы – Мәскәүҙе күреп, юғалып ҡалдым. Имтихандар тапшырырға ла һуңлағайным. Атайҙарса хәстәрлекле, оло йөрәкле, ул саҡтағы интернат директоры Төхвәт Аслаев ошо институтҡа уҡырға инеүемә ныҡ булышлыҡ итте, - тип ул йәшлек йылдарын хәтерләй.
Йәш белгес республиканың төп проект ойошмаһы йәки “архитектура кадрҙары үҙәге” тип йөрөтөлгән абруйлы “Башкиргражданпроект” институтында эш башлай. Проектлау буйынса ҙур эштәр йөкмәтелгән архитектор етди дәүләт заказдарының ҡәтғи талаптарын да үтәй, һәр эшендә ижади ҡараш өсөн урын ҡалдырырға ла өйрәнә. Нижневартовск ҡалаһында эшләгән осоронда ла ҡала төҙөлөшөндә ҡабатланмаҫ стиль булдырыуға күп көсөн һала.
Тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайтҡан юғары кимәлдәге профессиональ, тәжрибәле архитектор Вәкил Дәүләтшиндың оҫтаханаһында илһам һәм әлегә тиклем күрелмәгән ижад күтәренкелеге тантана итә. Ул Өфөләге “Ләлә” мәсете проекты өҫтөндә ентекле эш алып бара. Һөҙөмтәлә архитекторҙың илһамлы ижад емеше булған был мәсет баш ҡалабыҙҙың ҡабатланмаҫ архитектур биҙәгенә әүерелде.
Рәсәйҙең почетлы архитекторы булған арҙаҡлы яҡташыбыҙ тыуған төйәге – хозур тәбиғәтле Арҡауылын да онотмай. Уға үҙенең тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан, кендек тамы тамған ере бик ҡәҙерле. Ата-әсәһенең ҡәберен тәрбиәләй, ауылдаштары менән осраша. Ҡоштай талпынып туғандары янына ҡайта ул. Ҡайтып килеү тип кенә әйтеү әҙ булыр төҫлө, тыуған ерендә, ғәзиз тупрағында, таныш ялан-ҡырҙарҙа йөрөп уның күңеле бушап ҡала, яҡындары менән серҙәрен уртаҡлаша, илһам ала.
Бына шундай ғүмер юлы үткән данлы яҡташыбыҙ Вәкил Вәғиз улы Дәүләтшиндың уңыштары благовещендар күңелендә тәрән ғорурланыу тойғоларын уята.

Читайте нас: