Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
5 Ғинуар 2020, 12:20

Үҙ эшеңде башлайым, тиһәң...

​Илебеҙҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү милли проект кимәлендә хәл ителә

Илебеҙҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү милли проект кимәлендә хәл ителә. Рәсәй халҡының йәшәү шарттарын, көнкүрешен яҡшыртырға йүнәлтелгән был проект яңы эш урындары булдырылыуы менән дә отошло.
​Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылында тәүге коворкинг үҙәге асылды. Ул “Берлога” исемле күңел асыу комплексы базаһында урынлашҡан. “Ҡыҙыл Шишмә” коворкинг үҙәге үҙ эшен башлаусы эшҡыуарҙар өсөн старт майҙансығы ул. Бында юғары тиҙлектәге интернет селтәренә тоташыу мөмкинселеге булған эш урындары асылған. Теләге булған кешегә бер нисә сәғәттән алып айға тиклем бөтә уңайлыҡтары булған ошо урындарҙы ҡуртымға алыу мөмкинселеге бар. Был үҙәктә бизнес - тренингтар, форумдар һәм башҡа ошоноң һымаҡ саралар үткәреү күҙаллана.
​ Тантаналы сарала район администрацияһы башлығы Азамат Носратуллин, уның эшҡыуарлыҡ, инвестициялар һәм иҡдисат эштәре буйынса урынбаҫары Венера Әхиәрова, йәштәр, физик культура, спорт һәм туризм буйынса район комитеты етәксеһе Марсель Рәхмәтуллин, Ҡыҙыл Шишмә ауыл биләмәһе башлығы Гүзәл Фәтхетдинова, урындағы мәктәптең 10 -11 класс уҡыусылары ҡатнашты.
Читайте нас: