Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Ғинуар 2020, 14:15

Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытын беләһеңме?

Мөһим, етди сара уҙасаҡ

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы быйылғы йылдың октябрендә үтәсәк.
Рәсәй дәүләт статистикаһының федераль хеҙмәте тарафынан Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу - 2020 сараһының рәсми эмблемаһы раҫланды. Халыҡ иҫәбен алыу яңыса цифрлы форматта үтеп, барса мәғлүмәт переписчиктар тарафынан заманса планшеттарға индерелеп барасаҡ. Дәүләт хеҙмәте порталында ла, МФЦ - ла махсус терминалдар аша ла һорауҙарға яуап биреү мөмкинселеге булыуы мәғлүм.
Был етди, мөһим сара тураһында туғандарым, таныштарым, дуҫтарым, күршеләремдең хәбарҙар булыу - булмауын асыҡланым. Улар араһында үткән перепистәрҙә иҫәпсе булып эшләгәндәре лә булыуын белдем.
- Кешенең енесе, йәше, тыуған урыны, торған ере, иле, милләте, белеме, ғаиләһе, торлаҡ шарттары, килем сығанағы тураһындағы һорауҙар иҫтә ҡалған, - тип хәтерләне күршем Елена Михайлова.
Ҡалала ят кешегә, үҙен переписчик тип танытыусыға ишек асыуҙы хәүефле тип һанаусылар ҙа араларында байтаҡ.
- Переписчиктың элеккесә махсус танытмаһы, бейсболкаһы, сумкаһы, жилеты булһа, ышанып була инде. Мутлашыусыларҙан һаҡланыу йәһәтенән, мин барыбер ҙә, махсус портал аша үҙем анкета тултырыуҙы һайлаясаҡмын,- ти энем Фаил Низаметдинов.
Таныштарымдың ҡайһы берҙәре иҫәп алыусы булып эшләргә лә ниәтләй. Был етди, яуаплы эшкә уҡырға йөрөйәсәген дә билдәләне улар.
Киләсәкте күҙаллау өсөн кәрәкле сара тураһында күп мәғлүмәт белгән яҡындарым барлығына тағы бер ҡат инандым.
Читайте нас: