Йәйғор
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
19 Ғинуар 2020, 17:00

Йәшәргә лә, әле йәшәргә

Улар маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ

Благовещен районының Иҙәк ауыл хакимиәтендәге Успенка, Иҫке Надеждин ауыл хакимиәтенә ҡараған Ахлыстин ауылдарында көслө рухлы, эше, тормошо менән хөрмәтле хеҙмәт ветерандары күркәм юбилейҙарын билдәләне.
Ахлыстиндан Алевтина Постоваловаға - 80, Успенканан Янсубай Аплеевҡа - 90 йәш тулды. Райондың төрлө тарафында йәшәгән был ике өлкән кеше бер - береһен белмәһә лә, уларҙы уртаҡ яҙмыш, ғәзиз тыуған ергә, балаларына, ейән - ейәнсәрҙәренә һөйөү, яратыу бәйләй. Ғүмерен ауыл хужалығы тармағы менән ныҡлы бәйләгән был кешеләрҙең, һуғыш осоро балаларының фиҙакәр хеҙмәте һәр ваҡыт маҡтауға лайыҡ. Алевтина Александровна, Янсубай Аплеевич та ауылдың лайыҡлы шәхестәре исеменә тап төшөрмәй, ҙур бер умарта күселәй, яҡындары ҡурсалауында гөрләтеп донъя көтә.
Уларҙың йортона килгән ауыл хакимиәте вәкилдәре юбилярҙарға изге теләктәр юлланы. Бөгөнгө матур тормошта, яҡындарының ҡәҙер - хөрмәтенә төрөнөп, әлегеләй һәр атҡан таңға ҡыуанып, йәшәргә лә, әле йәшәргә!
Читайте нас: